Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенә мәктәпкәсә учреждениеның 62 йәшлек хеҙмәткәре мөрәжәғәт иткән. Ҡатын интернетта инвестициялар тураһында иғлан тапҡанын һөйләгән. Уны өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырғанға күрә, ул телефон номерын бәйләнеш өсөн сайтта ҡалдырған.
Күпмелер ваҡыттан ҡатынға мессенджерҙан шылтыратыу килә. Шылтыратыусы үҙен компанияның хеҙмәткәре тип таныштырып, инвестиция мөмкинлектәре һәм өҫтөнлөктәре тураһында һөйләгән. Ҡатын уларҙың шарттары менән килешеп, “брокер” ҡушҡанса эшләй башлаған.
Тәү сиратта, улар махсус платформала шәхси кабинет булдырған. Бының өсөн зыян күреүсе паспорт мәғлүмәттәрен һәм үҙ телефонына дистанцион инеү мөмкинлеген биргән. Ҡатынға ни бары аҡса ебәрергә кәрәк булған, ә ҡалғанын белгес үҙе “эшләгән”. Ай дауамында “брокер” дивидендтарҙың үҫеүе тураһында һөйләгән. Ошо ваҡыт эсендә ҡатын 200 мең һум аҡса һалып та өлгөргән.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ғариза биреүсе эшләгән аҡсаһын сығарырға булған. Тик “брокер” быны тик поручитель ярҙамында ғына башҡарып булыуын хәбәр иткән.
Ҡатын үҙенең 19 йәшлек ҡустыһын поручитель иткәндән һуң, туғанының да телефонына дистанцион инеү мөмкинлеген биргәндәр. Шылтыратыусы, инвестицион иҫәптә ятҡан аҡсаны сығарыу өсөн, кредитҡа ғариза бирергә кәрәклеген, һуңынан ул үҙе үк ябыласағын вәғәҙәләгән. Һөҙөмтәлә хуплау алған енәйәтсе ярты миллион һумдан ашыу займ алып, үҙенең иҫәбенә күсергән.
Артабан брокер поручитель йәш булғаны өсөн, тағы бер кеше табырға ҡушҡан. Ҡатын үҙенең апайынан ярҙам һораған. Туғанынан ыңғай яуап алғас, уның да исеменә 1,5 миллион һумдан ашыу кредит рәсмиләштергәндәр.
Ошонан һуң “брокерҙар” бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Һөҙөмтәлә Нефтекаманан ғаилә килем урынына, киреһенсә, ҙур суммаға бурысҡа батҡан.
Әлеге ваҡытта был факттар буйынса (“Урлау”, “Мутлашыу”) енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле граждандар! Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Әгәр һеҙгә телефон аша кредит аҡсаһын инвестициялап, ҙур килем вәғәҙә итәләр икән, улар мутлашыусылар булыуы мөмкин. Шикле тәҡдимдәргә яуап бирмәгеҙ.
Фото: “Башинформ” архивынан.