Йәмғиәт
5 Март 2024, 11:45

”Геройҙар дәүере”. Башҡортостан Башлығы санкциялар, ҡасаҡтар һәм МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында һөйләне

Радий Хәбиров Aif.ru порталына интервью бирҙе.

”Геройҙар дәүере”. Башҡортостан Башлығы санкциялар, ҡасаҡтар һәм МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында һөйләне”Геройҙар дәүере”. Башҡортостан Башлығы санкциялар, ҡасаҡтар һәм МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында һөйләне
”Геройҙар дәүере”. Башҡортостан Башлығы санкциялар, ҡасаҡтар һәм МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында һөйләне

Радий Хәбировтың республика Башлығы вазифаһында биш йыл эшләү осоро бер нисә ҙур һынау менән үтте. Тәүҙә донъяны коронавирус баҫып алды, артабан Рәсәйгә ҙур санкциялар ябырылды, ә хәҙер махсус хәрби операция бара.  Республика ошо һынауҙарҙы нисек үткән, хәҙер уның юлында нимәләр тора һәм киләсәккә нисек әҙерләнә? Ошо турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Aif.ru порталына һөйләне.

МАХСУС ХӘРБИ ОПЕРАЦИЯ БУЙЫНСА ОПЕРАЦИЯ

Анастасия Перкова, aif.ru: – Башҡортостан беренселәрҙән булып МХО-ға ебәреү өсөн ирекле полк ойошторҙо, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн үҙ сараларын уйлап тапты. Әлеге ваҡытта власть уларға нисек ярҙам итә?

Радий Хәбиров: – МХО башланғас та миңә ирекле батальондар ойоштороу башланғысы менән бик күп ойошмалар мөрәжәғәт итте. Тәүгеләрҙән булып милли геройыбыҙ генерал Шайморатов исемендәге ирекле батальон ойошторолдо. Бынан һуң Башҡортостан буйынса тағы ла ҙур подразделениелар барлыҡҡа килде. Әлеге ваҡытта улар алғы һыҙыҡта. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан буш ҡала алманыҡ һәм шунда уҡ ярҙам саралары тураһында уйлана башланыҡ. Мәҫәлән, беҙ республика яугирҙәренә көнөнә ике мең һум күләмендә тәүлек аҡсаһы бирә аласаҡ тигән ҡарарға килдек. Өҫтәүенә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ҙа бар. Бындай ярҙам саралары Оборона министрлығынан тыш күрһәтелә. Беҙҙә, дөйөм алғанда, 39 ярҙам сараһы бар – барыһын да һанап тормайым. Ярҙамды хәрбиҙәргә генә түгел, ә уларҙың ғаилә ағзаларына ла күрһәтәбеҙ. Һүҙ шифахана-курорт дауалау, бушлай балалар баҡсалары һәм өҫтәмә белем биреү, газ үткәреүгә сертификаттар, юғары уҡыу йорттарында балалар өсөн урындар һәм башҡалар тураһында бара. Шулай уҡ хәрбиҙәребеҙҙе МХО биләмәһенән ялға ҡайтарыр өсөн автобустар ебәрәбеҙ, ә һуңынан уларҙы кире хеҙмәт итеү урынына алып барып ҡуябыҙ. Бынан тыш, йәмәғәт ярҙамы ла, халыҡ башланғыстары ла бар: улар маскировкалау селтәрҙәре үрә, гуманитар ярҙам ебәрә. Ике йыл самаһы эсендә беҙ һәр береһе бер нисә тиҫтә йөк машинаһы тәшкил иткән 110-дан ашыу гуманитар йөк ебәрҙек. Минеңсә, беҙ баланслы ярҙам саралары системаһын булдыра алдыҡ һәм был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.

ЫҢҒАЙ ҺӘМ КИРЕ ЯҠТАРЫ

– МХО-нан тыш, илебеҙгә ҡарата санкциялар индерелде. Республика уларҙы нисек үткәрә?

– Әйҙәгеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек. Беҙ 2014 йылдан бирле санкциялар режимында йәшәйбеҙ, ә ҡайһы бер өлкәләрҙә был хатта иртәрәк башланды. Тап шуның өсөн, мәҫәлән, беҙ “үҙебеҙҙе үҙебеҙ ашата” башланыҡ: элек һатып алған аҙыҡ-түлекте хәҙер үҙебеҙ етештерәбеҙ. Мәҫәлән, сыр, ит һәм һөт продукцияһы. Әлбиттә, иң тәүҙә санкциялар ныҡ ауырға тура килде, быны йәшереү мөмкин түгел. Беҙ был һынауҙы үтеп, һөҙөмтәле саралар күрә башланыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ: көнбайыш дәүләттәр коалицияһының ниндәйҙер сәйәси ҡарары сыға һәм предприятиелар комплектһыҙ, технологияларһыҙ тороп ҡала, ҡорамалдарын оҙата алмай. Былар бөтәһе лә бер үк ваҡытта юҡҡа сыға. Ҡайһы бер эре предприятиеларҙы 3-6 ай эсендә үҙгәртеп ҡороп булды: бындай күренеш компанияларҙың аҡыллы етәкселегенең ҡаҙанышы булып тора. Ябай ғына миҫал килтерәм: Мәскәүҙәге электробустар һәм ҡала автобустары Башҡортостанда етештерелә. Тик ҡайһы бер комплектар немецтарҙыҡы булғанға күрә, беҙгә бөтә донъя буйлап уларға алмаш эҙләргә тура килде. Мин бөтә илдәрҙе лә билдәләп тормайым, әммә беҙ двигателдәргә алмаш таптыҡ, ә башҡа яҡтан үҙебеҙҙә локализацияны арттыра башланыҡ.

Шулай уҡ үҙебеҙ өсөн Беларусь Республикаһында эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү нөктәһен таптыҡ. Ул хәҙер үҙ сиратында республикабыҙға әүҙем инвестиция һала. Беҙ, мәҫәлән, заводтар төҙөйбөҙ, ә белорус машиналар эшләүселәре аша беҙгә яңы изделиелар килә. Әлеге ваҡытта ураҡтан һуң иген эшкәртеү өсөн комплекстар эшләйбеҙ. Белорус предприятиеһы менән берлектә гусеницалы тракторҙар йыя башланыҡ. Хәҙер экскаваторҙар, бульдозерҙар һәм, дөйөм алғанда, ҙур төҙөлөш техникаһы етештереү буйынса ҙур завод төҙөйбөҙ. Шулай уҡ фармацевтика, медицина ҡорамалдары, автомобиль запас частаре етештереү һәм башҡа өлкәләрҙәге санкцияларҙы еңеп сығабыҙ.

– Күрше төбәктәр оборона заказдары өсөн әүҙем эшләй. Һеҙ был программаға ҡушылып өлгөрҙөгөҙмө?

– Ысынлап та, хәҙерге ваҡытта оборона ҙур роль уйнай, шулай уҡ технологиялар һәм компетенциялар үҫешендә беҙ тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк эшләй башланыҡ. 2021 йылдан республикала ”Пилотһыҙ граждандар авиацияһы тармағын булдырыу” социаль-иҡтисади үҫеш проекты тормошҡа ашырыла. Дрондар дүрт предприятиела йыйыла. Беҙҙә иһә вертолет тибындағы “БАС-200” пилотһыҙ осоу аппараты етештерелә. Ул илдә берҙән-бер сертификацияланған продукция булыуы менән айырылып тора. Берләшкән сәнәғәт корпорацияһы предприятиелары продукцияның яңы өлгөләрен үҙләштерә, технологияларҙы камиллаштыра, етештереү ҡеүәттәрен әүҙем яңырта һәм, дөйөм алғанда, етештереү күләмен арттыра. Уларҙың ҡайһы берҙәре буйынса сәнәғәт продукцияһы күләме бер нисә тапҡырға артты. Беҙҙә БР Сәнәғәтте үҫтереү фонды бар. Уның ярҙамында оҙайлы ваҡытҡа 1 – 3 процент менән займдар бирәбеҙ. Әлбиттә, тап Берләшкән сәнәғәт корпорацияһы предприятиелары өҫтөнлөккә эйә. Беҙ хатта улар өсөн махсус рәүештә яңы программа әҙерләнек.

Эштең мөһим йүнәлеше – кадрҙар ихтыяжын тәьмин итеү. Беҙ был эште эҙмә-эҙлекле итеп ойошторҙоҡ. Өфөләге моторҙар эшләү производство берекмәһендә Су самолеттарының бөтә линейкаһы өсөн хәрби двигателдәр һәм самолет моторының төп элементы йыйыла. Был предприятиеның тормошонда төрлө осорҙар булды, әммә бер ҡасан да улар бөгөнгө һымаҡ “беҙгә тағы ла кешеләр кәрәк, заводҡа өс мең хеҙмәткәрҙе алырға әҙербеҙ” тигәндәре булманы. Инженерҙар, конструкторҙар, станоксылар һәм көйләүселәр етмәй. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – кешеләр табыу. Район үҙәктәрендә үткәрелгән вакансиялар йәрминкәһендә һәр кеше менән тиерлек айырым һөйләшәбеҙ һәм оборонала эшләүҙең ниндәй мөмкинлектәр биргәнен аңлатабыҙ. 2023 йылда беҙ, шул иҫәптән федераль средстволар йәлеп итеп, Берләшкән сәнәғәт корпорацияһының һигеҙ предприятиеһы өсөн 2,8 мең эшсегә уҡыу ойошторҙоҡ.

ЯҢЫ БӘЙЛӘНЕШТӘР

– Һеҙ Белоруссия тураһында әйттегеҙ инде. Ә тағы ниндәй халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бар?

 – Төп партнерыбыҙ, әлбиттә, Беларусь. Әлеге ваҡытта бер нисә завод эшләй, шулай уҡ ике республиканы тығыҙыраҡ интеграциялау өсөн “Башҡорт-белорус индустриаль-инвестиция технополисы”н булдырыу планлаштырыла.

Икенсе урында, минеңсә, Ҡаҙағстан килә, сөнки үҙ-ара тауар әйләнеше һиҙелерлек артты. Иң мөһиме беҙ тауарҙар менән алмашыу ғына түгел, ә сәнәғәт кооперацияһы менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ. Ҡаҙағстан биләмәһендә хәҙер инде өс эре предприятие беҙҙең инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра. Республикаларҙың хеҙмәттәшлегендә төп предприятие булып “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте тора. Көҙөн Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын үткәреү планлаштырыла.

Төркиә менән төрлө тармаҡ йүнәлешендәге өс инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы планлаштырабыҙ. Ҡытай менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Әммә тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙән тыш, мәҙәни-гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Бына беҙ белорустар менән “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһын булдырҙыҡ: ветерандарыбыҙ Өфөнән Белоруссияға бара алһын өсөн авиарейсҡа сығымдарҙы субсидияланыҡ. Унда уларҙы ҡаршы алалар, урынлаштыралар, экскурсияларға йөрөтәләр. Сәйәхәттән улар бик  бәхетле ҡайта.  

ТУРИЗМ – УЛ КҮҢЕЛ АСЫУ ТҮГЕЛ

– Башҡортостанды икенсе Швейцария тиҙәр. Республика нимә менән ота?

– Аллаһ Тәғәлә республикабыҙға үҙенсәлекле тәбиғәт күренештәре бүләк иткән. Беҙҙә дауаланыу өсөн батҡаҡ, ҡымыҙ бар, шуға күрә Башҡортостан ниндәйҙер кимәлдә Рәсәй шифаханаһы булып тора. Әммә матур тәбиғәттең тейешле инфраструктураһы булмаһа, ул үҙ аллы туристик комплекс кеүек эшләмәй. Беҙ һуңғы бер нисә йылда автотуристар өсөн юл буйы сервисына ҙур иғтибар бүләбеҙ, аэропорттың мөмкинлектәрен киңәйтәбеҙ, яңы урынлаштырыу объекттарын төҙөүгә аҡса алыу өсөн бөтә дәүләт программаларында ҡатнашабыҙ. Хәҙер отпускылар миҙгелендә йәки байрам көндәрендә ҡунаҡханаларҙа урындар юҡ тиерлек, шуға күрә беҙ ошо өлкәлә ихтыяж барлығын күрәбеҙ. Тимәк, беҙгә ашығыс рәүештә глэмпингтар, туристик базалар, ял йорттары төҙөргә кәрәк.

Туристик продукттарҙың булыуы мөһим. Йәғни кеше тулыһынса программа һатып ала: йөрөү, йәшәү, туҡланыу, туристик оҙатыу, маршруттар һәм башҡалар. Беҙ хәҙер кешеләрҙе һәр ваҡыт тартҡан, әммә ҡаралмаған урындарҙы тәртипкә килтерәбеҙ: Воскресенск заводын тергеҙәбеҙ, Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Дөйөм алғанда, туризмды күңел асыу өлкәһе кеүек түгел, ә тиҫтәләрсә мең кеше эшләгән һәм республикаға аҡса килтергән иҡтисадтың ҙур, бик мөһим һәм кәрәкле тармағы булараҡ күрәбеҙ, тигән фекерҙәмен.

БАШ ҠАЛАБЫҘҘЫҢ ЮБИЛЕЙЫНА

 – Әлбиттә, туристар араһында иң популяр урын – республиканың баш ҡалаһы. Өфөнөң 450 йыллығына ҙур күләмле проекттар планлаштырыла. Байрамдар тамамланғандан һуң, халыҡҡа нимә мираҫ булып ҡаласаҡ?

– Беренсенән, матурайған Өфө ҡаласаҡ. Әммә юбилейға әҙерләнгәндә байрамға килеүселәргә матурлыҡ күрһәтәм тип кенә түгел, ә республика халҡына ла яҡшы булһын өсөн эштәр башҡараһың.  Әлбиттә, тирә-яҡтағы бөтә нәмәне лә һоҡланғыс итеп эшләргә, ә халыҡтың юлында көн һайын осраған әйберҙәрҙе шул килеш ҡалдырырға мөмкин. Был хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн, беҙ “Өфөнөң ауыртҡан ерҙәрен дауалау”ға күп аҡса һәм көс һалдыҡ. Ҡаланың 450 йыллығында бер йәки ике объект менән генә ғәжәпләндереү бурысы тормай. Беҙ Өфөнөң юл инфраструктураһына ҙур иғтибар бүлдек. Һүҙ ”Көнсығыш сығыу юлы” тураһында бара. Бынан тыш, беҙ “республиканың көньяҡ ҡапҡаһы” тип аталған объектты төҙөйбөҙ. Унда эш күләме 19 миллиард һумға барып баҫа.

Өсөнсөһө - беҙ планлаштырған бер нисә объект: был ҡурсаҡ театры, спорт объекттары, шул иҫәптән Көрәш һарайы, Фехтование һарайы һәм өс физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Бер нисә мәктәпте юбилейға махсус рәүештә әҙерләнек, тимер юл вокзалында, аэропортта тәртип урынлаштырҙыҡ. Һәм, әлбиттә, символик объекттар буласаҡ. Ваҡыт үтеү менән улар тураһында кешеләр “был 450 йыллыҡҡа төҙөлгәйне” тип әйтәсәк.

ЙӘШӘҮ ӨСӨН УРЫНДАР

 – Былтыр һеҙ торлаҡ төҙөлөшөнөң рекордлы темптары тураһында отчет бирҙегеҙ. Был Өфөлә генәме, әллә райондарға ла ҡағыламы?

– Иҡтисадтың бик ябай законы бар: һорау тәҡдим тыуҙыра. Төҙөлөш темпы һәр ваҡыт һатыуҙың ни тиклем яҡшы барыуына бәйле. Хәҙер ил өсөн иҡтисади яҡтан бик ҡатмарлы осор: санкциялар, төҙөлөш материалдарына хаҡтар юғары, һәм, дөйөм алғанда, турбулентлыҡ... Әммә йорттар төҙөлә, сөнки уларҙы һатып алалар! Бында льготалы ипотека программаһы ҙур роль уйнай. Беҙҙә торлаҡтың 70 проценты теге йәки был программа аша һатып алына. Шуныһы мөһим: беҙ ауыл ипотекаһы күләме буйынса ла беренсе урынды биләйбеҙ. Был торлаҡтар үҙәктә генә һатылмай тигән һүҙ. Быйыл Өфөнән тыш 23 муниципалитетта күп ҡатлы йорттар барлыҡҡа килде. Унда  республиканың бөтә ҡалалары, ҙур райондары инә. Былтыр беҙ тиҫтә йылдар буйына бөтөнләй күп фатирлы торлаҡ төҙөлмәгән ауыл-ҡалаларҙа – Учалыла, Мәсәғүттә, Асҡында, Дәүләкәндә төҙөлөш башланыҡ.

2023 йылда 3 миллион 300 квадрат торлаҡ төҙөнөк, ә 2030 йылға 4 миллион, йәғни бер кешегә 1 квадрат метр төҙөргә тейешбеҙ. Был күрһәткескә Ҡытай өлгәште лә инде. Әммә Ҡытайҙа халыҡ һаны 1,5 миллиард тәшкил итә, ә беҙҙә әлегә кәмерәк, шуға күрә эшләргә кәрәк.

СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘР – ЯУ ЯЛАНЫ

– Һеҙ республика менән идара иткәндә, моғайын, илебеҙҙең яңы тарихында иң ауыр осор булғандыр: коронавирус, санкциялар, МХО... Һеҙ эшләгән осорҙа иң ҡыйыны нимә булды?

– Коронавирус инфекцияһына бәйле бөтә нәмә лә бик ауыр булды, сөнки кешеләрҙең ғәҙәти тормошон сикләү буйынса саралар күрергә тура килде: битлек режимы, төрлө карантиндар һәм башҡалар.

Санкция баҫымы ла ябай булманы. Ә күпме кешене фронтҡа ебәреү һәм, бигерәк тә һәләк булғандарҙы ерләүҙең ни тиклем ҡыйын булғанын һөйләүе лә ауыр. Беҙгә еңел булмаған ваҡытта эшләргә тура килде. Башҡортостанда был осорҙо ”Геройҙар дәүере” тип атайбыҙ, сөнки ошо ваҡытта кешеләрҙең иң яҡшы сифаттары күренде. Мәҫәлән, алғы һыҙыҡтағы кешенән башлап, селтәр үргән һәм гуманитар йөк ебәргән, йәки коронавирус инфекцияһы ваҡытында ирекмәнлек менән шөғөлләнгән йәш кешегә тиклем... Әлбиттә, беҙ тыныс ҡына йәшәргә теләр инек, әммә яҙмыш ҡуйған бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә тейешбеҙ.

ҒАИЛӘ ҺӘМ ҺӘЛӘТТӘР ТУРАҺЫНДА...

– Һеҙ ниндәй ғәҙәти булмаған һәләткә эйә булырға теләр инегеҙ, лидерға ошо йүнәлештә һәләттәр кәрәкме?

– Минеңсә, Аллаһ Тәғәлә һәм ата-әсә биргән нәмәләрҙән оҫта файҙаланһаң, үҙ тормошоңдо лайыҡлы итеп үтергә һәм ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләргә мөмкин. Ә ғәҙәти булмаған һәләткә эйә булыу намыҫһыҙ ярышҡа килтерә. Шуға ла тигеҙ мөмкинлектәрҙә йәшәргә, Аллаһ Тәғәлә һәм ата-әсә биргән нәмәләрҙе ҡулланырға кәрәк.

 – Әсәйегеҙ биргән ниндәй иң мөһим кәңәште хәтерегеҙҙә ҡалдырҙығыҙ?

 – Әсәйем дә, атайым да бик тыйнаҡ кешеләр ине. Иң мөһиме, улар миңә “бер ҡасан да эреләнмә” тинеләр. Ошо иң мөһиме.

– Ә һеҙҙең ҡатынығыҙ һеҙҙе ниндәй итеп белә? Тик был турала башҡа береһе лә, республикағыҙҙа йәшәүселәрҙең береһе лә белмәй?

– Минең дә тере кеше, атай булыуымды, ғаиләм, яратҡан ҡатыным барлығы тураһында бик белеп етмәйҙәрҙер, моғайын. Бәлки, мин бары тик уға ғына күрһәтә алған ниндәйҙер нескәлек барҙыр.

– Ә һеҙҙең вазифала етәрлек ваҡытығыҙҙы ғаиләгеҙ менән үткәрә алаһығыҙмы һәм һеҙҙең отпускығыҙ буламы?

– Минең отпускыларым булмай. Вазифамда, моғайын, ошо иң ҙур проблема булып торалыр, сөнки балалар үҫә, ә мин уларға тейешле ваҡыт бүлә алмайым. Тик был юлды үҙем һайланым һәм тормошомдо шулай төҙөнөм. Мин эшкә киткәндә лә, ҡайтҡанда ла балаларым йоҡлай. Был йүнәлештә ниндәйҙер буш ваҡыт табырға кәрәк. Мәҫәлән, йәкшәмбе көнө бар.

– Был йыл һеҙҙең өсөн икеләтә юбилейлы. Һеҙ биш йыл республикаға идара итәһегеҙ һәм һеҙгә 60 йәш тула. Ошо ваҡыт эсендә ғорурланырлыҡ нимәләр булды?

 – Беренсенән, Башҡортостан бөтә илебеҙ, бөтә рәсәйҙәр кеүек үк һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Был осорҙа миңә республика етәксеһе булырға һәм бик мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Һәм был осорҙа, минең бөтә хеҙмәт биографиямдағы кеүек, мин яуаплылыҡ менән эшләнем.

Фото: aif.ru. Игорь Харитонов.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас