Бөгөн Сибай концерт-театр берлегендә - филармонияла Башҡортостан Республикаһының Ирҙәр ҡоро төбәк форумы бара.
Форум эше алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәленә сәскә һалдылар. Һуңынан филармония фойеһында күргәҙмә презентацияһы үтте.
Сараны асыу тантанаһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев сығыш яһаны. Артабан ир-егеттәр дүрт секцияла эштәрен дауам итте: "Сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүеше, физик культураны һәм спортты таратыу", "Эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү", "Экология, тәбиғәт сығанаҡтары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау", "Илһөйәрлек тәрбиәһе һәм хоҡуҡи белем биреү".
Әйтергә кәрәк, һәр майҙансыҡта аралашыу бик йөкмәткеле бара. Секциялар эше буйынса ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.
Форум аҙығында "Рәсәй терәге" йәмәғәт наградаһын тапшырыласаҡ, "Башҡортостан" гәзитенең социаль селтәрҙә ойошторған "Өлгөлө атай" конкурсы еңеүселәрен бүләкләү буласаҡ.
Рәмилә Мусина фотолары.