Ишембай районының Ишәй ауылынан бауырһаҡ бешереү оҫтаһы Рузалия Ниғмәтуллинаның рецебы буйынса ошо милли ризығыбыҙҙы бешереп ҡарайыҡ әле. Һүҙ Рузалия апайға:
-10 йомортҡа алабыҙ. Улар йылы булырға тейеш. Табаҡҡа һытҡас, уға ярты бал ҡалағы тоҙ, ярты бал ҡалағы аш содаһы һалабыҙ ҙа яҡшылап болғатабыҙ. Аҙаҡ он һалып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Уны ҡулдан айырыла башлағансы баҫырға кәрәк. Һуңынан өҫтөн ябып 10-15 минут көтәбеҙ.
Артабан газ плитәһендәге ҙур ғына табаҡҡа бер литр тирәһе үҫемлек майы ҡоябыҙ. Әлегә утын тоҡандырмайбыҙ. Артабан ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, таҡтала тәгәрләтеп бауҙар эшләйбеҙ. Шул арала май йылына торһон өсөн газды әкрен генә асабыҙ. Шунан тиҙ генә итеп тәгәрәткән ҡамырҙарҙы ҡырҡып, майға төшөрәбеҙ.
Май йылы булырға тейеш, эҫеп китмәһен. Сөнки эҫе майға бауырһаҡ ярыла. Һауыттың төбөнә йәбешмәһен өсөн, тәүҙә әкрен генә һелкетеп торорға кәрәк. Әҙерәк ҡата башлағас, тигеҙ бешһен өсөн, тишекле сүмес (шумовка) менән бер туҡтауһыҙ болғатырға онотмағыҙ.
Мин ҡыҙғылт төҫкә кергәнсе бешерергә яратам.Бешкәнен белер өсөн бауырһаҡтың береһен алып ҡарайым. Майҙан алғас шиңә башлаһа, өлгөрмәгән була,шиңмәһә - өлгөргән.
Бешеп сыҡҡас, майҙан дуршлаг менән һоҫоп алып, таҫтамал өҫтөнә һалабыҙ. Икенсе партияһы ла шулай уҡ эшләнә. Майҙы алмаштырырға кәрәк йәки һыуытып һалырға. Икенсе ҡатҡа шул уҡ майға һалһаң, май ҡабара. Шуның өсөн майҙы алмаштырыу яҡшыраҡ.
Бауырһаҡтарығыҙ уңһын ҡыҙҙар!
Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаның шәхси архивынан.