Йәмғиәт
7 Март 2024, 13:00

Ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙы өҫтөн күрәләр

Бының сәбәбе лә бар...

Ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙы өҫтөн күрәләрИрҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙы өҫтөн күрәләр
Ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙы өҫтөн күрәләр

Рәсәйҙә онлайн-рекрутинг буйынса иң ҙуры һаналған “hh.ru” платформаһы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандағы ойошмалар һәм предприятиеларҙың ҡатын-ҡыҙҙарҙы, уларҙың резюмеһына ҡарап, эшкә саҡырыуы ирҙәрҙе саҡырыуға ҡарағанда 47 процентҡа күберәк булған.

Рәсәйҙең хеҙмәт баҙарында “ҡатын-ҡыҙ һөнәрҙәре” булған өлкәлә гүзәл заттар яҙған резюмелар уларҙың дөйөм күләменең өстән ике өлөшөн тәшкил итә. Был өлкәгә түбәндәгеләр ҡарай: персоналға идара итеү һәм тренинг (ҡатын-ҡыҙҙар ебәргән резюмелар 82 процент тәшкил итә), финанс, бухгалтерия (78 процент), фән, мәғариф (75 процент), медицина, фармацевтика (71 процент), сауҙа (68 процент), сәнғәт, масс-медиа (66 процент).

Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа элек предприятиеларҙа һәм ауыл хужалығында нигеҙҙә ирҙәр шөғөлләнгән физик эштәргә лә ҡатын-ҡыҙҙарҙы күберәк саҡыра башланылар, сөнки етештереү тармаҡтарында кадрҙарға ҡытлыҡ көсәйә. Тағы ла шуныһы: Башҡортостан буйынса ирҙәр күпме эш хаҡына өмөт итеүе тураһында яҙғанда уртаса 70 мең һумға дәғүә итеүен белдерһә, ҡатын-ҡыҙҙар был күрһәткесте 35 мең һум тип кенә күрһәтә, һөҙөмтәлә ошоноң буйынса уларға өҫтөнлөк бирәләр.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас