Йәмғиәт
7 Март 2024, 09:30

Республика гүзәлдәре тәбрикләнде

Улар хөрмәтенә моңло йырҙар яңғыраны, матур бейеүҙәр күрһәтелде, изге теләктәр әйтелде. Шулай уҡ бер төркөм аҫыл, ҡыйыу, эшһөйәр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға юғары дәүләт наградалары тапшырылды.

Республика гүзәлдәре тәбрикләндеРеспублика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде

Бөгөн. 7 мартта, Өфөләге "Торатау" конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Гүзәл заттар хөрмәтенә моңло йырҙар яңғыраны, матур бейеүҙәр күрһәтелде, изге теләктәр әйтелде. Шулай уҡ бер төркөм аҫыл, ҡыйыу, эшһөйәр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға юғары дәүләт наградалары тапшырылды.
– Һеҙ ҡағылған һәр нәмә, һеҙ башҡарған һәр эш айырым бер матурлыҡҡа төрөнә. Һеҙгә иң изге ҡиммәттәр – һөйөү, тоғролоҡ, ғаилә усағының йылыһы бәйләнгән, – тине ҡотлау сәләмендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе төбәгебеҙҙә күптәргә өлгө булырлыҡ әсәләр, һоҡланғыс ғаиләләр күп булыуын билдәләне. Былтыр ғына беҙҙән алты ҡатын-ҡыҙ "Герой-әсә" тигән юғары исемгә лайыҡ булған, ике ғаиләгә "Ата-әсәлек даны" ордены тапшырылған, тағы 14 ғаилә ошо ордендың миҙалы менән бүләкләнгән. "Улар – беҙҙең ғорурлыҡ", – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе үҙ сығышында бөгөн илебеҙҙең еңел булмаған осор кисереүен һәм халҡыбыҙҙың заман һынауҙарын лайыҡлы үткәрә барыуын билдәләне. Яугирҙәребеҙ хәрби бурысын ҡаһармандарса үтәй, көн һайын батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Һигеҙ яҡташыбыҙ "Рәсәй Геройы" Йондоҙона лайыҡ булды. Тантанала ошо батырҙарҙы тәрбиәләп үҫтергән оло йөрәкле әсәләр ҙә ҡатнашты, тамашасылар уларға алҡыштар аша хөрмәтен һәм ихтирамын белдерҙе.
Ил именлеге һағына баҫҡан яугирҙәргә берҙәм көс булып тупланған тыл ифрат ҙур ярҙам күрһәтә һәм күп осраҡта был изге эштәрҙе гүзәл зат вәкилдәре ойоштора. Бөгөн меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ яугирҙәр өсөн бәйләй, тегә, шәмдәр эшләй, һаҡланыу селтәрҙәре үрә.
Радий Хәбиров ир-егеттәр менән бер рәттән ил именлеге һағына баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙарға – табибәләргә, шәфҡәт туташтарына, ашнаҡсыларға һәм башҡаларға айырым рәхмәт белдерҙе, күптәрен исемләп телгә алды. Улар араһында яу яланында яралыларға ярҙам иткән шәфҡәт туташы Татьяна Киняпина, Туймазы районынан Разия Абдуллина, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан фельдшер-лаборант Ильвера Юзакова, ошо уҡ дауахананан шәфҡәт туташы Зөлфиә Булатова һәм башҡалар бар ине.
Башҡортостан гүзәлдәре иҡтисадтың барлыҡ өлкәләрендә лә һынатмай, улар һәр эшкә ҙур тәүәккәллек менән тотона. Бөгөн республиканың дүрт районы хакимиәтен ҡатын-ҡыҙҙар уңышлы етәкләй.
Артабан һөнәренең оҫтаһы булып танылған, ил именлеге һағына баҫып үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәткән, тыныс тормошта хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған гүзәл зат вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Улар араһында Өфө фән һәм технологиялар проректоры Илона Макаренко, баш ҡаланың Дим районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Людмила Моторина, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының шәфҡәт туташы Зөлфиә Булатова, полицияның өлкән лейтенанты Юлиә Мөфтәхова һәм башҡалар бар ине.

Олег Яровиков фотоһы.

 

Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Республика гүзәлдәре тәбрикләнде
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас