Йәмғиәт
7 Март 2024, 11:00

Өс класташ – өс килендәш

Бала саҡтан бергә уйнап үҫеп, бер класта белем алған Роза, Айгөл һәм Эльвираның бер ваҡытта ла баштарына “ҡасандыр килендәш булырбыҙ” тигән уй кереп сыҡмағандыр, моғайын...

Өс класташ – өс килендәшӨс класташ – өс килендәш
Өс класташ – өс килендәш

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән һылыуҙар мәктәп йылдарында уҡ бер-береһенән айырылмай: бейеү түңәрәгенә бергә йөрөй, баскетбол секцияһында шөғөл­лә­нә, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Тик холоҡтары ғына бер аҙ айырыла: Роза торғаны менән лидер булһа, Айгөл ут сәсрәтер шаян һүҙле, артислыҡ һәләтенә эйә, ә бына Эльвира һәр аҙымын үлсәп баҫыр, бик тыныс. Әммә уларҙы бер-береһенә тартҡан дуҫлыҡ хисе ба­ры­һынан да көслөрәк була, һәр саҡ бергә йөрөүҙәренә уҡы­тыу­сы­лары ла, класташтары ла, хатта ауылдаштары ла өйрәнеп бөтә.

Туғыҙынсы класты тамам­ла­ғас, әхирәттәргә айырылышып то­рорға тура килә, әммә аралашыу ептәре өҙөлмәй. Каникул ваҡыттарын һағынышып көтөп алып, бер-береһе менән серҙә­рен уртаҡлашалар. Шул мәлдәрҙең береһендә Эльвира күрше Әҙел ауылындағы Илшат исемле егет менән дуҫлашыуын белдерә.

– Тыныс холоҡло, ярҙамсыл егет беҙҙең менән дә ихлас мөғәмәлә итте, – тип хәтерләй әхирәттәрҙең береһе Роза. – Артабан беҙҙең аралашыу даирәһе уның дуҫтары, ҡустылары менән киңәйҙе. Һәр саҡ бергәләшеп ялдарыбыҙҙы үткәрер, төрлө мә­ҙәни сараларҙа ҡатнашыр инек. Аҡрынлап дуҫлығыбыҙ – оло мөхәббәткә, ә үҙебеҙ килендәш­тәргә әйләндек. Айгөл – Данис ҡәйнешкә, мин Рәфискә тор­мош­ҡа сыҡтым. Хатта бер мәл Эльвира менән бер ҡыйыҡ аҫтында торорға ла тура килде, бер аҙҙан Айгөл менән Эльвира ла бейемем янында йәшәп алды.

Бала саҡтан нисек кенә яҡын әхирәт булһағыҙ ҙа, ағалы-ҡус­ты­лыларҙы тормош юлдашы итеп һайлаһағыҙ ҙа, һауыт-һаба шылтырамайынса булмай, тигә­немә апһындар, бер-бе­реһенә ҡарашып, йылмайышып ҡуйҙы.

– Төрлө саҡ була, әммә беҙ­ҙең дуҫлыҡ һәр саҡ көслөрәк, – тип яуапланы улар. – Шулай ҙа килендәштәр булараҡ үҙ-ара та­тыулыҡ Рафиға бейемебеҙҙең (ул хәҙер мәрхүмә инде) килен­дәренә ҡарата мөнәсәбәтенән киләлер, тип уйлайбыҙ. Беҙҙән башҡа тағы ла оло улының Ай­һылыу исемле кәләше бар.

Бейемебеҙ 35 йәштә генә тол ҡалып, бер үҙе биш балаһын тәрбиәләп үҫтергән. Ире йәшләй вафат булһа ла, уның ту­ған­дарын ныҡ хөрмәт итте, аралашып, ҡатышып йәшәне. Беҙ­ҙең һәр беребеҙҙе әсәләрсә хәстәр­ләп, ҡыҙҙары кеүек ҡараны, ти­геҙ мөнәсәбәттә булды, килендәрен һәр саҡ яҡлар, ярҙам итер ине.

Ысынлап та, бөгөн ҡайһы бер ғаиләләрҙә туғандар аралашмай, балалары бер-береһен белмәй үҫә. Ә бына Рәсембәтовтарҙа, киреһенсә, ту­ғанлыҡ хисе көслө: һәр байрамды – балаларының тыуған көн­дәре тиһеңме, ҡаҙ йолҡоу, һуғым өмәләре бул­һын­мы, йәй тәбиғәт ҡосағына сы­ғыу­мы – гелән бергәләшеп, кү­мәк­ләшеп, ҙур татыу ғаилә булып үткәрә улар.

Роза Раузат ҡыҙы әйтмешләй, "кеше һымаҡ килештереп әхирәтләшеп йөрөргә талант та, ваҡыт та булмағандыр инде беҙҙең. Шуғалыр класташтарҙы әхирәт итеп, шул уҡ әхирәттәрҙе килендәш итеп йәшәп ятабыҙ".

Артабан да шулай үҙ-ара татыу, берҙәм әхирәт, серҙәш, класташ һәм килендәш булып йәшәгеҙ! Байрам менән!

Фото: Роза Рәсембәтованың ғаилә альбомынан.

Өс класташ – өс килендәш
Өс класташ – өс килендәш
Автор:Карима Усманова
Читайте нас