Йәмғиәт
8 Март 2024, 07:00

“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ

“Ете емеш”тән ете төрлө генә ҡаҡ әҙерләнмәй, ә етмеш төрлөгә тиклем барып еткән. Гөлсинә Хәбибрахман ҡыҙы был проектты йәнә үҙенең ҡаҡтан эшләгән гөлләмәләре менән биҙәп ебәрә. 

“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ
“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ

Элек–электән инәй–өләсәйҙәребеҙ төрлө емештәрҙе киптереп һаҡлаған, ҡаҡ ҡойған. Яуға оҙатҡан ирҙәренең муҡсайына киптерелгән ҡорот менән ҡаҡ мотлаҡ һалыныр булған. Һуңғы ваҡытта магазин кәштәләрендәге төрлө ялтырауыҡлы матур тышлы кәнфит–шоколадтарға өҫтөнлөк биреү сәбәпле өҫтәлдәрҙә төрлө емештәрҙән эшләнгән ҡаҡтарға урын табылманы. Шуныһы ҡыуаныслы: күп кенә йәрминкәләрҙә йәки төрлө байрамдарҙа халҡыбыҙҙың боронғо милли ризыҡтары ла түрҙән урын ала башланы. Уны эшләгән уңған ҡатын–ҡыҙҙар ҙа күбәйә бара. Шуларҙың береһе–“Ете емеш” проекты авторы Әнисә Ғәниева. Ул Сибай ҡалаһында йәшәй.

Ҡаланың 2–се мәктәбен уңышлы тамамлаған ҡыҙ Сибай институтының сит телдәр бүлегенә уҡырға инә. Инглиз телендә таҙа аралашҡан студентҡа уҡытыусылары ҙур өмөт бағлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әнисә Риф ҡыҙы 3–сө курста уҡыған саҡта аяҡ тамырҙары сире менән бөтөнләй йөрөмәҫлек хәлгә ҡала. Төрлө дауаханалар тупһаһын тапарға, әлллә күпме табиптарға күренергә, йөҙҙәрсә уколдар алырға тура килә уға. Кисә йүгереп йөрөгән йәш ҡыҙҙың кинәт шундай хәлгә төшөүенең сәбәбен аныҡ ҡына аңлатҡан, ярҙам иткән табип та табылмай. Ахыр сиктә, улар Екатеринбург ҡалаһына юллана һәм ундағы табиптар ярҙамында, аяғына баҫып ҡайта. Әммә, сир тулыһынса ҡыҙҙы “ташламай”, ул бер аҙ һынтыҡлабыраҡ атлап ҡала. Бар ғазаптарҙы татып һәм ауыртыуҙар аша үткән Әнисә Ғәниева өсөн был да оло еңеүгә тиң.

Әсәһе Зәкиә Мөхтәр ҡыҙы ла Әнисәгә бар яҡлап терәк була. Ҡыҙын үҙе менән баҡсаға алып йөрөй, унда үҫкән төрлө емеш–еләктәрҙе йыйып, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, һуттар эшләй. Көн һайын ҡойолған алмаларҙы күреп, уларҙы ни эшләтергә белмәгән ҡыҙ интернет аша ҡаҡ ҡойоу, уны киптереү тураһында видеояҙмаға юлыға. Ҡаҡ ҡойоп ҡарау теләген белдергәс. әсәһе лә ҡыҙының уй–ниәттәрен хуплай, махсус рәүештә емеш киптергес һатып алына һәм эшкә тотона улар. Бер аҙҙан уңғандар янына килендәре Гөлсинә Хәбибрахман ҡыҙы ла ҡушыла. Кемеһелер емеш–еләк таҙарта, икенселәре уны турай, блендер аша иҫеп, махсус киптергес кәштәләренә теҙә. Үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән, таҙа һәм сифатлы емеш–еләктәрҙән эшләнгән ҡаҡ ысынлап та бик тәмле килеп сыға. Аҡрынлап уларҙың киптерелгән ҡаҡтарына һораусылар ҙа табыла, төрлө күргәҙмәләргә саҡырыуҙар килә. “Ете емеш” проекты тап шулай барлыҡҡа килә лә инде. Бөгөн “Ете емеш”тән ете төрлө генә ҡаҡ әҙерләнмәй, ә етмеш төрлөгә тиклем барып еткән. Гөлсинә Хәбибрахман ҡыҙы был проектты йәнә үҙенең ҡаҡтан эшләгән гөлләмәләре менән биҙәп ебәрә. Бөгөн был гөлләмәләргә һорау бик ҙур, шулай уҡ уңған хужабикәләр шәкәрһеҙ, әммә бик татлы һәм файҙалы булған зефир һәм башҡа тәмлекәстәр эшләй.

Әнисә Риф ҡыҙы әйтеүенсә, ҡаҡ әҙерләү буйынса хәҙер уларҙың үҙҙәренең генә авторлыҡ рецептары ла бар. Уларҙың киптерелгән ҡаҡтары төрлө ҡалаларға оҙатыла, бигерәк тә Ураҙа ваҡытында ифтар табынына һораусылар күп. Киләсәктә “Ете емеш” проектын тағы ла киңерәк йәйелдерергә һәм һатыу нөктәләренә сығарыу теләге менән яна ҡаҡ ҡойоусылар. Иң мөһиме: теләктәре барында, туңдырғыста йәйен–ҡышын емеш–еләктәре булғанда, хыялдары ла тормошҡа ашыр. Магазиндан төрлө буяуҙарға мансылған сифатһыҙ кәнфит-шоколад алғанса, үҙебеҙҙең киптерелгән ҡаҡ тәмле лә, файҙалы ла түгелме һуң!

Әйткәндәй, Әнисә Ғәниева бала саҡ хыялын да тормошҡа ашырған: ул сит телдәр буйынса теләүселәргә дәрестәр бирә, “тимер ат”ты ла йүгәнләп, йәйен–көҙөн баҡсаға үҙе йөрөй, тәбиғәт ҡосағына сыға, ҡытай телен үҙләштерә.

Байрам менән, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!

Фото: Әнисә Ғәниеваның шәхси архивынан

“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ
“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ
“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ
“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ
“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ
“Ете емеш”тән–ете ҡаҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас