Әсәйҙәр байрамы алдынан Баймаҡ районында бик матур сара үтте. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев күп бала тәрбиәләгән әсәләргә лайыҡлы награда тапшырҙы. Был хаҡта район башлығы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Районда алты ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде
Бүләкләнгән һәр ҡатын айырым иғтибарға лайыҡ һәм һәр береһе тураһында маҡтау һүҙҙәре әйтеп була. Улар балалар тәрбиәләүҙе, эште һәм йорт хужалығын уңышлы алып бара.
Әсәләребеҙҙе юғары наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм уларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!"- тип яҙған Фәнис Әминев.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.