Кәрәк була:
200гр аҡ май
4 аш ҡалағы магазин ҡаймағы
2 сәй ҡалағы - йомшартҡыс (разрыхлитель)
400гр он һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20 минутҡа һалҡыныраҡ урынға ҡуйып торабыҙ.
Эслек өсөн алмаларҙы ҡабығынан таҙартып, төштәрен алабыҙ, телемләп турап ҡамыр өҫтөнә йәйәбеҙ.
400 гр магазин ҡаймағына ике йомортҡа, 300 гр шәкәр, 4 аш ҡалағы он һалып туҡыйбыҙ ҙа алмалар өҫтөнә ҡоябыҙ.
Мейесте180 градусҡа тиклем йылытып, 40 - 45 минут тирәһе бешерәбеҙ. Мейестән алғас та өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.
Байрамығыҙ күңелле үтһен!
Фото һәм сығанаҡ: “Татар рецептары” төркөмөнән.