+24 °С
Ямғыр
Уның ауырлығы - 623 кг, оҙонлоғо - 4 метр, киңлеге - 2,5 метр. Был - донъялағы иң ҙур емеш-еләк торты. Рекорд бар шарттарға тура килтереп теркәлгән. Был хаҡта Сочи хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр ителә.
Торт эшләү өсөн 110 кг ҡаймаҡ, 53 кг он, 82 кг шәкәр, 220 кг еләк-емеш, 1,5 мең йомортҡа кәрәк булған.
Әйткәндәй, Өфө ҡалаһында Рәсәйҙәге иң ҙур өсбошмаҡ һәм илдәге иң ҙур ҡыҫтыбый бешерелһә, Хәйбулла районында иң ҙур ҡорот әҙерләнде.
Фото: "Башинформ".