Һуңғы ваҡытта ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә иғтибар арта, уның менән шөғөлләнгән оҫталар ҙа күбәйә. Бигерәк тә хәҙерге интернет заманында яңы һөнәр үҙләштереү, ниндәйҙер шөғөлдө үҙ итеү, теләгән һәр өлкәлә үҙеңде һынап ҡарарға ҙур мөмкинлектәр аса. Кемдер милли кейемдәр тегә, боронғо биҙәүестәрҙе заманса стилләштереүгә иғтибар бирһә, икенселәре ырғаҡ менән кейем бәйләй, диван һәм ултырғыс ябыуҙары эшләй. Шулай уҡ топиарий (декоратив ағас) һәм фоамирандан сәскәләр, төрлө уйынсыҡтар эшләү менән булыша, бәғзеләре кашполар үрә. Ә минең һеҙҙең менән таныштырасаҡ геройым бик матур сумкаларҙы үҙе бәйләй.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рәмилә Туғыҙбаеваны күптәр гөлдәр үҫтереүсе булараҡ яҡшы белә. Йәйен һәм ҡышын уның йортонда фиалкалар, ярангөлдәр, клеродендрум һәм башҡа гөлдәре шау сәскәгә күмелә, тәмле еҫтәрен бөркә. Матурлыҡҡа ғашиҡ ханым ҡул эштәре менән дә булышырға ваҡыт таба, ул махсус ептәр ярҙамында ғәжәйеп матур ҡатын-ыҙҙар өсөн сумкалар бәйләй. Ниндәйҙәре генә юҡ: нәзәкәтле һәм зауыҡлы гүзәл заттарға тәйенләнгәндәре лә, үҫмер ҡыҙҙар өсөн төрлө стилдәге рюкзактармы йә иһә бәләкәс принцессалар өсөн кескәй “сумочка”лармы! Барыһы ла күҙҙең яуын ала, матурлығы әсир итә.
—Интернеттан, ҡасандыр үҙем ҡул эшенә өйрәткән ҡатындың бәйләнгән матур-матур сумкаларын күрҙем дә һеңлемә тәҡдим иттем. Тик уның быға бик иҫе лә китмәне, иғтибар ҙа бирмәне. Шунан, “ниңә үҙемә бәйләп ҡарамаҫҡа”, тинем дә тотондом. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй сумкалар бәйләнә башланы. Тәүге сумкамды бәйләп бөткәс, үҙемдең “Бәйләнештә”ге сәхифәмә ҡуйҙым, төркөмдәштәр, таныштар, таныш булмағандар ҙа оҡшатып, йылы һүҙҙәр яҙҙы, күңелемде күтәрҙе. Дәрт өҫтәлде, артабан да бәйләү теләге уянды. Үҙемә лә яңы шөғөлөм оҡшай башланы, интернет-магазин аша сумканың төбөн, ебен, кәрәк-яраҡлы башҡа әйберҙәрен яҙҙырып алдым да эште дауам иттем. Иң тәүҙә "хозяюшка рукодельница" ебе менән бәйләнем, аҙаҡ макрамеға күстем. Был ептәрҙең үҙенсәлеге шунда: һуҙылмай, төйнәлмәй, төҫө уңмай, йыуырға уңайлы ла. Сумка төҫөн һайлағанда сағыу төҫтәрҙе һайлайым, шулай ҙа башлыса клиенттарҙың үҙҙәре әйткән төҫтәренә өҫтөнлөк бирәм.
Яратҡан шөғөл ялҡытмай тигәндәре хаҡтыр, күрәһең, сумка матур бәйләнә башлаһа, дәртләнеп, онотолоп, бәйләйһең дә бәйләйһең. Хатта төнөн уйлап ятаһың, бәйләйәсәк яңы эшеңде күҙ алдына килтереп, – тип яратҡан шөғөлө серҙәре менән уртаҡлаша Рәмилә ханым.
Баймаҡ оҫтаһының даны төрлө тарафтарға тиҙ таралған: Рәмилә Туғыҙбаеваның заказ буйынса бәйләгән сумкалары, рюкзактары Баймаҡ, Хәйбулла райондарына, Өфө, Баймаҡ, Сибай, Һамар ҡалаларына оҙатылған. Нәзәкәтле ханым үҙенә лә төрлө стилдәге дүрт сумка бәйләп алған, уларҙы рәхәтләнеп ҡуллана. “Һәр кейемемә тап килгән сумкаларым бар”, – тип йылмая ул. Ә бына йәштәргә рюкзак формаһындағы сумкалар оҡшай икән, ни тиһәң дә, спорт стилендәге уңайлы һәм заманса әйберҙәрҙе йәштәр үҙ итә шул. Байрам алдынан көслө заттар үҙҙәренең яратҡан кәләштәренә һәм һөйгән ҡыҙҙарына ла Баймаҡ оҫтаһына заказдар биргән. Тимәк, Рәмилә Туғыҙбаеваның күңел йылыһы һалып бәйләгән сумкалары гүзәл заттарҙың иң яратҡан аксессуарына әйләнгән тиһәк тә була.
Фото: Рәмилә Туғыҙбаеваның шәхси архивынан.