Бөгөн аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә республиканың һанлы сервистар үҫеше тикшерелде. Уны видеоконференция режимында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Төбәктең дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин ошо эштең йомғаҡтары һәм киләсәккә мөһим бурыстар менән таныштырҙы.
Атап әйткәндә, һүҙ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының эше тураһында бара. 2023 йылда унда Башҡортостандан 150 мең самаһы кеше теркәлгән, үҫеш 2022 йыл менән сағыштырғанда дүрт процент тәшкил иткән. 2024 йылдың башына республика халҡының 75 проценты порталда иҫәп яҙмаларына эйә.
– 2023 йылда порталда 5,4 миллион ғариза бирелгән. Иң популяр хеҙмәт – “Табипҡа яҙылыу”, уны 2,9 миллион тапҡыр ҡулланғандар, – тине Геннадий Разумикин. – Муниципаль хеҙмәттәр алыу өсөн 59 мең ғариза ебәрелде – был күрһәткес 2021 йыл менән сағыштырғанда 3,5 тапҡырҙан ашыуға артты.
Социаль селтәрҙәр менән ҡулланыусыларҙың һорау алыу күрһәтеүенсә, халыҡтың “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы тураһында хәбәрҙар булыуы 94 процент тәшкил итә, респонденттарҙың 80 проценттан ашыуы хеҙмәттәр менән файҙаланған. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса хеҙмәтләндереү сифатынан ҡәнәғәт булыу кимәле артҡан һәм биш баллы шкала буйынса 4,2 балл тәшкил иткән.
Башҡортостандың Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталын үҫтереү буйынса эште дауам итә. Халыҡ бында йәмғеһе 248 хеҙмәттән файҙалана ала. 2023 йылда 105-те яңыртҡандар һәм 18 яңы хеҙмәт әҙерләгәндәр. Мәҫәлән, “Һунар” модуле функцияһы берҙәм өлгөләге һунарсы билетын алырға һәм башҡа төбәктә һунарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Ә “Такси” модуле еңел таксиҙар менән пассажирҙар һәм багаж ташыуға рөхсәт биреү буйынса хеҙмәттәр алыуҙы автоматлаштыра.
Бынан тыш, халыҡҡа уңайлы булһын өсөн төбәк порталының дизайны яңыртылды һәм “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге менән ведомство мәғлүмәт системаһы берләштерелде.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республиканың Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы төҙөлөш тармағында электрон хеҙмәттәрҙең өлөшөн арттырыу буйынса эш үткәрҙе. Әгәр 2019 йылда ғаризаларҙың 90 проценттан ашыуы ҡағыҙ вариантта бирелһә, 2023 йылда ғаризаларҙың 93,2 проценты электрон төрҙә килә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала электрон төрҙә күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәре үҫешен ыңғай баһаланы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Һанлы үҫеш министрлығы коллективына рәхмәт белдерҙе.
– Бик яҡшы эш, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Артабан да халҡыбыҙ өсөн файҙалы һәм уңайлы яңы һанлы хеҙмәттәрҙе һәм сервистарҙы ғәмәлгә индереү мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.