Яңауыл ҡалаһынан Светлана Саҙриева еңел булмаған һөнәрҙе үҙләштереп, маршрут автобусы водителе булып киткән. Былтыр ул ошо һөнәр буйынса уҡыған һәм әле район үҙәге менән ауылдар араһында пассажирҙар ташый.
Светлана Илдар ҡыҙы пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген, уңайлылығын беренсе урынға ҡуя, автобус салонында һәр ваҡыт тәртип, таҙалыҡ булһын өсөн тырыша. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ул автотранспорт предпритиеһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән һәм һөнәре буйынса иң яҡшыһы булараҡ билдәләнгән.
Светлана Саҙриева һәм уның һөнәри оҫталығы хаҡында Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Нәзир улы Ғилмиев тә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йылы яҙма менән уртаҡлашты.
"Эшемде яратып башҡарам. Автобус - минең өсөн транспорт ҡына түгел, мауығыуым да", - ти Светлана. Ауыр ҙа, яуаплы ла эшкә тәүәккәл рәүештә тотонған Яңауыл ҡыҙына уңыштар, хәйерле юлдар, имен рейстар теләйбеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/gilmievsn