Өфө аэропорты туҡталҡаһының операторы дүрт тапҡыр ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпионы һәм Башҡортостан парламентының экс-депутаты Ирек Зариповты машинаһының номерын һөртөргә ҡушҡан. 6 мартта теркәлгән хәл тураһында спортсы социаль селтәрҙә хәбәр иткән.
"Оператор мине һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн туҡталҡанан сығарманы. Быны ул номерҙың насар уҡылыуына һылтаны. Мин уларға үҙемдең коляскалағы инвалид икәнемде әйтһәм дә, барыбер сығып һөртөргә ҡуштылар. Машинанын сыҡһам да, үҙем менән һөртөргә сепрәк тә, һыу ҙа юҡ ине. Һөҙөмтәлә оператор дәүләт номерын әйтергә ҡушып, үткәреп ебәрҙе. Ярай, миңә сығыр өсөн күп ваҡыт талап ителмәй, әммә инвалидтар араһында умыртҡа һөйәге зарарланғандар ҙа бар бит", – тип яҙған Ирек Зарипов.
Аэропорттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, туҡталҡала машинаның дәүләт номеры автомат режимында уҡыла. Был хәүефһеҙлек өсөн кәрәк. Шулай уҡ килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенгәндәр.
Фото: Ирек Зарипов сәхифәһенән.