Йәмғиәт
12 Март 2024, 06:30

Яңы конкурсыбыҙҙа ҡатнашығыҙ!

“Башҡортостан” гәзите үҙенсәлекле бәйге иғлан итә.

Яңы конкурсыбыҙҙа ҡатнашығыҙ!Яңы конкурсыбыҙҙа ҡатнашығыҙ!
Яңы конкурсыбыҙҙа ҡатнашығыҙ!

Баш ҡалабыҙ Өфө быйыл 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы “Башҡортостан” гәзите “Өфө-450” конкурсы иғлан итә.

Ижади бәйге шарттарына ярашлы, һеҙҙән Өфө ҡалаһының тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында төрлө йүнәлештәге мәҡәләләр көтәбеҙ. Шулай уҡ ҡаланың билдәле урындарының элекке һәм бөгөнгө торошон сағылдырған фотоһүрәттәрҙе ебәрергә мөмкин.

Бәйгегә йыл аҙағында йомғаҡ яһала. Еңеүселәрҙе дипломдар һәм бүләктәр көтә.

Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 272-16-24.

Анатолий Виноградов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас