Йәмғиәт
13 Март 2024, 06:30

Юрағандары юш килгән

Түңәрәк һан менән ҡотлап, бүләктәр ҙә биргәндәр.

Юрағандары юш килгәнЮрағандары юш килгән
Юрағандары юш килгән

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 100-сө бала тыуыуы тураһында акт теркәлде. Түңәрәк һан аҫтында тыуыу тураһында танытма алған сабыйҙың исеме Амелия. Ул - Аида һәм Тәлғәт Хәлитовтарҙың тәүге сабыйы.

- Баштан уҡ ҡыҙ тыуыуын теләнек. Ике йылдан малайыбыҙ булыр тип хыялланабыҙ, - ти бәхетле ата-әсә.

Бәхетле ғаиләгә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре балалары тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ менән бергә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың махсус бүләген дә тапшырған.

Фото: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.

Юрағандары юш килгән
Юрағандары юш килгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас