Ришат Сабитов,
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры:
“Һунғы йылдарҙа Федераль үҙәк тә, республика Хөкүмәте лә профессиональ белем биреү өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған “Кадрҙар” милли проекты ошо эштең яңы этабы булыр, тип уйлайым.
Колледж уҡытыусылары ла, студенттар ҙа был яңылыҡты хуплап ҡаршы алды. Беҙҙең Президент бөгөнгө көндә профессиональ белем биреү системаһы өсөн дә, предприятие-ойошмалар өсөн дә иң актуаль теманы хәл итеү юлын күрһәтте.
Бөгөн предприятиеларға әҙер специалист кәрәк – эшкә сыҡҡандың беренсе көнөнән үк ул әҙерлекһеҙ эшләй башларға тейеш. Бының өсөн уҡытыу системаһы заманса кабинеттар, оҫтаханалар, методика, кадрҙар булдырыуға йүнәлтелгән. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында федераль гранттар һәм колледж иҫәбенә өр-яңы ете оҫтахана булдырылды. Мәҫәлән, кондитер оҫтаханаһы үҙенең йыһазландырылыуы менән федераль округта 2-се урынды алып тора.
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы предприятиелар менән эшләүҙең заманса моделын тәҡдим иткәйне һәм был йәһәттән төбәктең эксперименталь майҙансығы булып тора.
Студент беренсе курсҡа уҡырға ингәндән алып эшкә урынлашҡанға тиклем контролгә алына. Һәр студенттың эшкә урынлашыу маршруты булдырыла. Был эште колледждың Студенттарҙы эшкә урынлаштырыу үҙәге атҡара.
80-дән ашыу предприятие һәм ойошмалар менән килешеү нигеҙендә көндәлек эш алып барыла. Студенттарҙың практика үтеүе баш ҡаланың иң алдынғы гипермаркеттарында, ҡунаҡханаларында, турфирмаларында, банктарында ойошторолған, ул предприятиеларҙа практик уҡытыу өсөн шарттар булдырылған. Практика үткәндән һуң күп студенттар шул ойошмаларҙа эш башлай.
Колледжда йыл һайын Карьера көндәре үткәрелә. Унда предприятие-ойошма вәкилдәре менән берлектә сығарылыш уҡыусылары эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә. Эшләп йөрөгән студенттар беҙҙә индивидуаль график менән уҡый.
Шулай уҡ уҡытыу пландары предприятие һәм ойошмалар ҡатнашыуында уларҙың мохтажлығына ҡарап үҙгәртелә. Сығарылыш имтихандарында предприятие етәкселәре ҡатнаша, улар шунда уҡ үҙҙәренә буласаҡ белгестәрҙе һайлап ала. Ойошмаларҙың колледжға булған финанс ярҙамын да әйтеп китер кәрәк, ул заманса йыһазландырыу өсөн бик мөһим. Беҙҙә йыл һайын был ярҙам 500 мең тирәһе тәшкил итә.
Уҡытыу процесында предприятие-ойошмаларҙың ҡатнашыуы буласаҡ белгестәрҙең эшкә урынлашыуына һөҙөмтәле йоғонто яһай. Бергәләп башҡарылған эш һөҙөмтәһендә 80 % ашыу сығарылыш студенты эшкә урынлаштырыла.
Шулай уҡ беҙҙең колледжда студенттарға профессиональ белем биреү менән бер рәттән, тыуған илен яратҡан, ышаныслы булған, халыҡ мәнфәғәтенә эшләй белгән шәхестәр тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә.
Ошо эштәрҙең яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен тәьмин иткән “Кадрҙар” милли проекты бөгөндән кәрәк”.
Фото: Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы.