Ауырғазы районында ла бөгөн һайлау участкаларына килеүселәр бихисап. Район хакимиәтенең матбуғат бүлеге хәбәр итеүенсә, 98 йәшлек Шәриф Мөсәғитов беренселәрҙән булып тауыш бирергә килгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәр һайлауҙа ла шундай әүҙемлек күрһәтә, мөһим саранан бер ваҡытта ла ситтә тороп ҡалмай. Ул иртә үк, һайлау комиссияһы ишектәрен асыу менән, гражданлыҡ бурысын үтәргә килеп етә. Хөрмәтле шәхес шулай яҡташтарына яуаплы граждан булыуҙың өлгөһөн күрһәтә. Аҡһаҡалға һоҡланмай сара юҡ!
Фотолар: vk.com/aurgazy.bashkortostan