Йәмғиәт
15 Марта 2024, 05:30

Һайлауға ғаилә менән барғандар

Вәхитовтарҙың иң бәләкәсе ғинуар айында тыуған. Ул да һайлауҙан ситтә ҡалмаған. 

Һайлауға ғаилә менән барғандарҺайлауға ғаилә менән барғандар
Һайлауға ғаилә менән барғандар

Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән Эльмира менән Руслан Вәхитовтар һайлау участкаһына иң беренселәрҙән булып барған. Йәш ғаилә үҙҙәренең дүрт балаһын да һайлауға алып килгән. Иң ҙурына алты йәш булһа, бәләкәстәре ғинуар айында ғына тыуған.

Йәш ғаилә ил именлеге һәм балалары киләсәге өсөн үҙ тауышын биреп, йорт-илдең тыныс булыуын теләне. 

"Балаларыбыҙ киләсәге һәм уларҙың бәхетле тормошо өсөн үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек. Иң мөһиме - ил тыныс булһын, тиҙерәк һуғыш бөтһөн", - ти Вәхитовтар.

Йәш ғаиләгә бүләктәр һәм лотерея билеттары тапшырылды.

Фото һәм сығанаҡ: "Салауат ерендә" гәзитенән. 

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Карима Усманова
Читайте нас