Йәмғиәт
15 Март 2024, 14:50

“Башҡорт телендә һайлап сыҡтым”

Нуғай йылдам үҫә, тимәк, һайлаусылар ҙа йылдан-йыл арта барасаҡ.

“Башҡорт телендә һайлап сыҡтым”“Башҡорт телендә һайлап сыҡтым”
“Башҡорт телендә һайлап сыҡтым”

Хәҙер күп кешенең үҙ йортонда йәшәргә ынтылыуы арҡаһында баш ҡала янындағы ауыл-ҡасабалар йылдам үҫешә. Шул иҫәптән Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ауылы йылдан-йыл ҙурая.

Һөҙөмтәлә һайлаусылар ҙа арта бара, ти 3542-се участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Шәрәфетдинова. Бер нисә йыл элек бөтә кеше ауылдың бәләкәй генә клубында тауыш бирә ине, тығыҙ булғанлыҡтан, хатта тышта сират йыйылып китә торғайны. 2018 йылда ошо ҙур мәғариф учреждениеһы – 147-се дөйөм белем биреү мәктәбе асылғас, һайлау комиссиялары ошонда күсте. Яңы, иркен, йылы бинала беҙгә лә, килгән кешеләргә лә шул ҡәҙәр уңайлы. Бында 3485-се, 3538-се, 3542-се һайлау комиссиялары эшләй. Нуғай, Жилин, Зинин ауылдарында, бик күп баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә йәшәгән халыҡты хеҙмәтләндерәбеҙ.

Һәр ваҡыттағыса, бында кеше күп. Ҡалаға эшкә йөрөгәндәр иртүк инеп һайлап сығырға тырыша. Айырым урында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы объекттарҙы төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү мөмкинлеге булдырылғайны. Был яҡтың халҡы, әлбиттә, Нуғайҙағы паркты һайланы.

Мин был ауылда оҙаҡ йылдар йәшәйем. Хәҙер беҙҙең өйҙәр һуңғы йылдарҙа төҙөлгән заманса йорттар алдында бәләкәсләнеп ҡалды инде. Нуғай шул ҡәҙәр йылдам үҫә, матурлана – быға ифрат шатмын. Әле бына күптән түгел заманса поликлиника, эргәлә Зинин юл үткәргесе буйлап хәрәкәт асылды. Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөүе лә беҙҙең яҡ халҡы өсөн уңайлылыҡты арттырасаҡ. Ғөмүмән, Нуғай, Жилин, Зинин ауылдарында йәшәү шарттары яҡшыра, тимәк, һайлаусылар ҙа йылдан-йыл арта барасаҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Нуғайҙа йәшәгән хаҡлы ялдағы Зөлфирә Хәйбуллина.

Ул шулай уҡ башҡорт телендә бюллетень һорап алып һайлауы тураһында һөйләне. Халыҡтың бындай мөрәжәғәтен комиссия ағзалары ихлас үтәй. Мин дә башҡортса яҙылған бюллетень алып, гражданлыҡ бурысымды туған телемдә үтәп сыҡтым, — тине ул.

Автор фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас