Хәйбулла районындағы барлыҡ һайлау участкаларында тауыш биреү әүҙем бара. Ауылдарҙа иң беренселәрҙән булып оло йәштәгеләр үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәй, мөһим саранан йәштәр ҙә ситтә ҡалмай. Районда бөтәһе 60 һайлау участкаһында 21 мең самаһы һайлаусы теркәлгән.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та ҡатыны Айгизә Айҙар ҡыҙы менән Аҡъярҙағы 3202-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Бәхетле ғаиләлә баһадирҙай өс ул тәрбиәләнә.
"Һайлауҙа үҙ тауышыңды биреү - Ватаныбыҙҙың киләсәге өсөн яуаплылыҡ билдәһе ул. Граждан булараҡ та, илемдең патриоты булараҡ та, мөһим саранан ситтә ҡала алмайым. Был - минең Рәсәйгә һәм айырым алғанда Хәйбулла районы үҫешенә шәхси өлөшөм. Шуға күрә бөгөн ҡатыным менән бергә илебеҙҙең тотороҡло үҫеше өсөн тауыш бирһек", - тине Рөстәм Динислам улы.
Әйткәндәй, тауыш биреү өс көн дауамында - 15, 16, 17 мартта барасаҡ.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.