Йәмғиәт
15 Март 2024, 05:50

Иртә булһа ла, халыҡ күп

Ике улыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа ошо өс көндөң береһендә тауыш бирәсәк

Иртә булһа ла, халыҡ күпИртә булһа ла, халыҡ күп
Иртә булһа ла, халыҡ күп

Сәғәт иртәнге туғыҙынсы ярты булыуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһының 114-се һайлау участкаһында, халыҡ күп кенә ине. Иртә менән башлыса урта йәштәгеләр килгән. Мәҫәлән, Альбина Сиражетдинова ла эшкә барыр алдынан гражданлыҡ бурысын үтәп ҡуйырға ашыҡҡан. 

– Һайлауға һәр ваҡыт етди ҡараным, уны бер ҡасан да ҡалдырғаным булманы, ғөмүмән, гражданлыҡ бурысымды гел генә намыҫ менән үтәйем, – тип һөйләй Альбина ханым. – Ирем тап бөгөн командировкала булыу сәбәпле, ул һайлауға иртәгә барасаҡ. Әйткәндәй, ике улыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа ошо өс көндөң береһендә тауыш бирәсәк.

Өфө ҡалаһының Чернышевский урамында урынлашҡан 114-се һайлау участкаһында 1 604 һайлаусы иҫәпләнә. 114-се һайлау участкаһының рәйесе Наталья Шепелева билдәләүенсә, ошо һайлау участкаһында теркәлгәндәр гражданлыҡ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарай.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас