Йәмғиәт
15 Март 2024, 13:00

Ҡоймағы һәр саҡ күҙәнәкле

Фәүзиә апайҙың  үҙенең генә шәп рецебы бар. 

Ҡоймағы һәр саҡ күҙәнәклеҠоймағы һәр саҡ күҙәнәкле
Ҡоймағы һәр саҡ күҙәнәкле

Күҙәнәкле, йәғни тишекле генә итеп бешкән ҡоймаҡ айырыуса тәмле, ауыҙҙа иреп кенә тора. Ишембай районының Смаҡай ауылынан Фәүзиә Насированың да ҡоймағы һәр ваҡыт уңып бешә. Уның рецебын ҡулланғандар һис кенә лә отолмаҫ.

- 600 грамм йылымыс һөт алабыҙ, шуға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы әсетке, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 3 йомортҡаның һарыһын ҡушҡандан һуң, он өҫтәгәс, ҡуйыраҡ ҡына ҡатнашма килеп сыға. Уны әсетергә ултыртып торабыҙ. Ҡабарып сыҡҡас, 1 стакан ҡайнаған һөт ҡойоп  бутайбыҙ, йомортҡаларҙың ағын да ҡушып ебәрәбеҙ. Ҡабат ҡабарғас, өҫтөндәге күбеген генә һалып, ҡоймаҡ бешерә башлайбыҙ. Ҡат-ҡат бутарға кәрәкмәй, һәр ваҡыт өҫтөнә йыйылған күбеген генә алып тороу мөһим. Шул ваҡытта ҡоймаҡ бик ныҡ күҙәнәкле, йомшаҡ, ауыҙҙа иреп торорлоҡ була. Күп май һалмай, салфетка йәки бумала ярҙамында ғына табаны майлап алығыҙ, - тигән кәңәштәрен еткерә аш-һыу оҫтаһы.

Фәүзиә апайҙың үҙенсәлекле рецебы буйынса һеҙ ҙә яҡындарығыҙҙы һыйлап ҡарағыҙ әле. 

Фото: Фәүзиә Насирова.

 

Ҡоймағы һәр саҡ күҙәнәкле
Ҡоймағы һәр саҡ күҙәнәкле
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас