Йәмғиәт
15 Март 2024, 13:10

Стәрлетамаҡта эштәр гөрләй

15 мартта Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инмаш” концернында булды.

Стәрлетамаҡта эштәр гөрләйСтәрлетамаҡта эштәр гөрләй
Стәрлетамаҡта эштәр гөрләй

Предприятие импортты алмаштырыу программалары сиктәрендә иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн изделиелар етештерә.

2022 йылдан “Инмаш” концерны инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Һүҙ станоктар эшләүҙә ҡулланылған сәнәғәт продукцияһы ассортиментын киңәйтеү һәм етештереү күләмен арттырыу тураһында бара.

Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғәмәлдәге цехтарҙы ҡараны һәм инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Концерндың генераль директоры урынбаҫары Абдумалик Рәхимов һөйләүенсә, предприятие яңы производство бинаһын файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй, әммә артабанғы һөҙөмтәле эшләү өсөн инженер селтәрҙәренә тоташыу кәрәк. Был мәсьәлә ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма ҡарау стадияһында тора.

Бынан тыш, “Инмаш”ғәмәлдәге килешеү сиктәрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһының эре сәнәғәт предприятиелары продукцияһын һатыу өсөн “Шоурум” объектын төҙөй. Шулай уҡ концерндың пландарында – токарь станоктарын йыйыу цехы төҙөү, иретеп йәбештереү производствоһын тергеҙеү һәм элекке административ бинаны реконструкциялау.

Радий Хәбиров был башланғыстарҙы хупланы һәм яңы проекттарҙы тикшереү өсөн компания вәкилдәрен “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас