Самосвалда Татарстандың “Транспорт электр ҡорамалдары заводы” тарафынан әҙерләнгән электр двигателе ҡуйылған. Уны модернизациялауҙа Өфө фән һәм технологиялар университетының Алдынғы инженерлыҡ мәктәбе белгестәре – Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы резиденты ҡатнашҡан.
Эштән һуң модернизацияланған электр двигателле самосвал һынауҙарҙы тулыһынса үтә алған.
Өфө университетының “Киләсәк моторҙары” Алдынғы инженер мәктәбенең киләсәккә пландары – Рәсәй тимер юлы тарафынан ҡуйылған бурыстар.
– Транспорт өсөн электр машиналары төҙөү беҙҙең команда өсөн яңы баҙарҙарға сығыу юлы булып тора, – тип билдәләне Өфө фән һәм технологиялар университетының Алдынғы инженерлыҡ мәктәбе директоры Вячеслав Вавилов.
Фото: pravitelstvorb.ru