Йәмғиәт
16 Март 2024, 11:30

Һайлауҙа ла ҡатнаштылар, ҡышты ла оҙаттылар

Скворчиха ауылында байрам гөрләп торҙо.

Һайлауҙа ла ҡатнаштылар, ҡышты ла оҙаттыларҺайлауҙа ла ҡатнаштылар, ҡышты ла оҙаттылар
Һайлауҙа ла ҡатнаштылар, ҡышты ла оҙаттылар

Ишембай районының Скворчиха ауылы клубы эргәһендә Ҡышты оҙатыу сараһы олоһон да, кесеһен дә йәлеп итте. Өҫтәлдәр уңған апайҙарҙың ҡулдары менән бешерелгән ҡоймаҡ, башҡа тәмле ризыҡтарҙан һығылып  торҙо. Ауылдаштар самауыр сәйен эсеп, ҡоймаҡ ашап һыйланды. Шул уҡ ваҡытта арҡан тартыу кеүек ҡыҙыҡлы ярыштар үткәрелде. Өлкәндәр, балалар бергәләп әйлән-бәйлән уйнаны.

Йыл һайын уҙғарылған Ҡышты оҙатыу байрамын был төбәктә йәшәүселәр шулай күмәк йыйылып  көтөп ала. Бөгөн дә байрамға ғаиләләре менән килеүселәр ҙә байтаҡ ине.

Сәлимә менән Александр Герасименко ғаиләһе һайлауға быйыл күмәкләшеп барҙы. Норильск ҡалаһынан ялға ҡайтҡан улдары, килендәре, ейәндәре менән бергәләшеп һайлауҙа ҡатнаштылар. Ул ғына ла түгел, Ҡышты оҙатыу байрамын да күреп, матур күңел ялы алдылар.  

-Һайлауҙан ситтә ҡалған юҡ. Быйыл балалар менән күмәкләшеп  барғас, тағы ла күңеллерәк  булды. Ҡышты оҙатыу байрамы ла һәр ваҡыттағыса матур үтте, барыһына ла оҡшаны, - ти Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.

Был тарафтарҙа йәшәүселәр әүҙем булыуҙары менән айырылып тора. Эштә лә, байрамдарҙа ла улар ҡайнап йәшәй.

Фото: ауыл хакимиәтенән.

Һайлауҙа ла ҡатнаштылар, ҡышты ла оҙаттылар
Һайлауҙа ла ҡатнаштылар, ҡышты ла оҙаттылар
Һайлауҙа ла ҡатнаштылар, ҡышты ла оҙаттылар
Һайлауҙа ла ҡатнаштылар, ҡышты ла оҙаттылар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас