Йәмғиәт
16 Март 2024, 05:00

Һайлауға ике ҡыҙҙары менән килгәндәр

Лилиә һәм Дәүләт Игебаевтарҙың ғаиләһендә сәскәләй ике ҡыҙ тәрбиәләнә.

Һайлауға ике ҡыҙҙары менән килгәндәрҺайлауға ике ҡыҙҙары менән килгәндәр
Һайлауға ике ҡыҙҙары менән килгәндәр

Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәгән Лилиә менән Дәүләт Игебаевтарҙың ғаиләһендә сәскәләй ике ҡыҙ үҫә. Ҡыҙҙары әсәләре кеүек шиғыр ятларға, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға ярата. Бигерәк тә ауылдаштары Башҡортостандың халыҡ шағиры һәм яҙыусыһы Абдулхаҡ Игебаев һәм Таңсулпан Ғарипованың ижадын үҙ итә.

Балаларының киләсәге һәм илдең тотороҡлолоғо өсөн Игебаевтар мөһим саранан ситтә ҡалмаған. Улар күмәкләшеп Күсей ауылындағы 1048-се һайлау участкаһына килеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән.

"Һайлауҙа ҡатнашыу – ул беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ, шуға күрә нисек итеп сәйәси саранан ситтә ҡалмаҡ кәрәк”, – ти ғаилә башлығы Дәүләт Ғиниәт улы.  

Бөтә ғаилә менән һайлауға килгән Игебаевтар, бәлки, беҙгә шәп бүләктәр эләгер әле тип, "Рәхмәт" акцияһы сиктәрендә беләҙектәр һәм QR-билеттар алып ҡайтҡан.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, акция приздары - смартфондар, ноутбуктар, электр самокаттары, сертификаттар һәм башҡа бик күп бүләктәр. Шулай уҡ балаларға бүләктәр ҙә ҡаралған.

Акцияның суперприздары – Өфөләге фатир, автомобиль, шулай уҡ Сочиҙа һәм республика шифаханаларында ял итеү.

Фото: Вәсилә Зәйнуллина.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Карима Усманова
Читайте нас