+24 °С
Ямғыр
Юдина әйтеүенсә, был участка Дәүләкәндәге иң ҙурҙарҙың береһе. Ул 7-се мәктәп биләмәһендә урынлашҡан.
Йәмәғәт күҙәтеүсеһе билдәләүенсә, һайлауҙар яҡшы, тыныс мөхиттә үтә. Иртәнге сәғәттәрҙә тауыш биреүселәр күп – 100-гә яҡын кеше. Шуныһы ҡыҙыҡ, һайлаусыларҙың күбеһе иртән махсус рәүештә үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү өсөн тауыш бирергә бара, һуңынан эшкә юллана.
Ольганың күҙәтеүҙәре буйынса, тауыш биреүселәрҙең күпселеге - урта йәштәге кешеләр.
Фото: Ольга Юдинаның шәхси сәхифәһенән.