Йәмғиәт
16 Март 2024, 06:40

Көтөп өйҙә ятмағандар

Кемдер быйыл Рәсәй Президенты кандидаттарына тауыш биреүҙә генә түгел, ғөмүмән, һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша. Ә бына өлкән быуын вәкилдәре өсөн әлеге ваҡиға күптән таныш.

Көтөп өйҙә ятмағандарКөтөп өйҙә ятмағандар
Көтөп өйҙә ятмағандар

Ольга һәм Николай Кожевниковтар - ғүмерен Стәрлетамаҡҡа бағышлаған өлкән пар. Николай Сергеевич 87-се йәшен ваҡлаһа, Ольга Фёдоровнаға 81 йәш тулған.

Бөгөн был матур пар йәш быуындан хөрмәт күреп, яҡшы шарттар көтөп йәшәр йәштә. Әммә улар көтөп ятҡандарҙан түгел, һәр саҡ тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә тырыша, әүҙемдәр.

Бөгөн дә һайлау участка ағзалары өйгә килер әле, көтәйек, әбей (бабай), тип ятмағандар үҙҙәре килгән. “Үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә күнеккәнбеҙ, үҙ аяғыбыҙ, үҙ күҙебеҙ барҙа өйҙә ятып булмай, бына елдереп килеп тә еттек!” – тип ҡыуана улар тормошҡа.

Бындай һоҡланғыс пар “минһеҙ ҙә һайлайҙар ул”, “ваҡыт әрәм итеп йөрөгәнсе” ишеләргә үрнәк булып тора. Афарин, Николай Сергеевич, рәхмәт, Ольга Фёдоровна!

Көтөп өйҙә ятмағандар
Көтөп өйҙә ятмағандар
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас