Мәғлүм булыуынса, 15 марттан 17-һенә тиклем Башҡортостанда РӘХМӘТ-2024 акцияһы үтә. Бөгөнгә унда бер нисә йөҙ мең кеше ҡатнашҡан, улар акцияның сайтында 345 меңдән ашыу билет теркәгән.
Кисә көн дауамында ике уйнатыу булған. Еңеүселәр араһында - 202 кеше. Улар телевизорҙар, ноутбуктар, саң һурҙырғыс роботтар, планшеттар һәм башҡа әйберҙәр отҡан.
Ҡайһы бер бәхетлеләргә бүләктәр кисә үк тапшырылған. Алдағы ике көндә тағы билеттар уйнатасаҡтар, ойоштороусылар ҡиммәтле бүләктәр вәғәҙә итә.
Суперприздар иһә киләһе аҙнала уйнатыласаҡ. Һүҙ фатир, машина, шифаханаларға юлламалар һәм Сочиға сәйәхәт хаҡында бара.
Фото: РӘХМӘТ -2024 акцияһын ойоштороусылар.