Йәмғиәт
18 Март 2024, 03:00

Үгеҙ түгел, ҡолон менеп йөрөйәсәк!

Бүләк тигәс тә бүләктең дә ниндәйе?! Көмөш йүгәнле, оҙон тояҡлы, баҫҡан ерендә уйнаҡлап торған ҡолон!

Үгеҙ түгел, ҡолон менеп йөрөйәсәк!Үгеҙ түгел, ҡолон менеп йөрөйәсәк!
Үгеҙ түгел, ҡолон менеп йөрөйәсәк!

Социаль селтәрҙә үгеҙ менеп мал һуғарған малайҙың видеояҙмаһы бар донъяға йәшен тиҙлегендәй таралды. Малайҙы күреп кемдер йәлләне, икенселәре хупланы. Ә бына Әбйәлил районының "Ылаҡ" командаһы капитаны, атта һыбай килеш көрәшеү буйынса донъя чемпионы Ғәлим Яуынбаев үҙенең дуҫы Илдар Ғирфанов менән үгеҙ менеп йөрөгән Илдар Мәһәҙиевҡа ҡолон бүләк иткән!

-Был беҙҙең ат спорты буйынса йыйылма команданың дөйөм бүләге, - ти Ғәлим Шафиҡ улы. - Бөтә илдә мөһим сәйәси ваҡиғаның һуңғы көнөндә беҙ ҙә Илдарҙың тормошонда мәңге күңелендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булһын, уның кешеләргә, уны уратып алған донъяға ҡарата ышанысы артһын, барыбер ҙә ерҙә изге кешеләр һәм улар эшләгән изге эштәр күберәк булыуын аңлаһын һәм күреп үҫһен тигән ниәттән сығып, беҙ уға ҡолон бүләк итергә булдыҡ. Киләсәктә Илдар ат спорты менән ҡыҙыҡһыныр һәм беҙҙең командаға ышаныслы алмаш булып үҫер тигән уйҙа ҡалабыҙ. Үгеҙҙе менгән егеткә ҡолондо өйрәтеүе ҡыйын булмаясаҡ. Ҡолон киләсәктә әкиәттәге кеүек көн, ай үҫеп, Аҡбуҙатҡа әйләнһен, ә уның хужаһы ысынлап ат яратҡан, төрлө ат сабыштарында призлы урындар яуларлыҡ оҫтаға әйләнер. Уңыштар һиңә, Илдар!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Зөһрә Мәһәҙиева улы Айнурҙың өс балаһын кескәй генә сағынан тәрбиәләй. Был хаҡта беҙҙең гәзиттә лә мәҡәлә сыҡты. Линар, Илдар исемле ейәндәрен, Лиана ейәнсәрен уҡыта, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй, иман юлына әйҙәй. Бер туған малайҙарҙың йырлаған, доға уҡыған видеояҙмалары беҙҙең гәзит төркөмөндә лә даими баҫыла бара. Әле лә Зөһрә Зиннәт ҡыҙы менән бәйләнешкә инеп, уларҙың ҡыуаныстарын уртаҡлаштыҡ.

"Был шаҡ ҡатырғыс бүләк булды инде. Өлөкөгөн шылтыратып әйткәстәр, илап алдым, Илдарҙың үҙенә әйтмәй торғайныҡ, кисә алып килер саҡта әйттем, ҡыуанысынан сыҙамай тышта көтөп ултырҙы, балаҡайым. Шундайҙа ҙур бүләккә нисек ҡыуанмайһың инде. Исем ҡушып тороп, йүгәнләп тороп алып килделәр, исеме - "ЕҢЕҮ"! Аллаһ бирһә илгә бөтөн яҡтанда тик еңеүҙәр генә теләйбеҙ! Ғәлим улыма, уның командаһына алда ҙур уңыштар насип булһын, Аллаһы Тәғәлә меңләтә сауаптарын насип итһен!"- тине Зөһрә Мәһәҙиева.

Илдар - Әбйәлил районы Ҡаҙмаш урта мәктәбенең 9-сы класында уҡый. Өлкән ағайы Линар Өфө ҡалаһында медицина колледжы студенты, ә Лианаға 11 йәш.

Изге Рамазан айында изге ғәмәлдәр башҡарып, өләсәһе янында үҫкән баланы ҡыуандырыуҙары - ысынлап та ат һөйгән "Ылаҡ" командаһының иң изге эше генә түгел, ә оло еңеүе лә. Тормошта бит еңеүҙәр ниндәйҙер бәйгелә урын алыуҙар менән генә иҫәпләнмәй, ә ошоноң кеүек кешелекле һәм изгелекле эштәр башҡарылыуы менән дә әһәмиәтле.

"Еңеү" исемле ҡолон һәр береһенә оло еңеүҙәр килтерһен, шул иҫәптән илебеҙгә лә Еңеүҙе яҡынайтһын, Илдарҙың да атаһы оло еңеү менән ҡайтһын, тиҙерәк табылһын һәм еңеүҙәр тағы ла күп булһын!

Фото: "Абзелил" гәзите.

Үгеҙ түгел, ҡолон менеп йөрөйәсәк!
Үгеҙ түгел, ҡолон менеп йөрөйәсәк!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас