Ниһайәт, яҙ көсөн инә башланы. Синоптиктар билдәләүенсә, бөгөн, 18 мартта, Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлмәй.
Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, +5° була.
Иртәгә, 19 мартта, ошондай һауа торошо һаҡлана. Төндә 6-11°, урыны менән -16°, көндөҙ һауа 0, +5° тиклем йылына. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Шаршамбы, 20 мартта, яуым-төшөмһөҙ, ел талғын. Көндөҙ урыны менән -1, +4, таулы райондарҙа +9 тиклем йылына. Төндә 8, -13, урыны менән 18 градусҡа тиклем һыуыта.
Көндәр йылыныр, ҡояш йылмайыр, иң мөһиме- күңелдәрегеҙ йылы һәм ҡояшлы булһын!
Фото: dzen.ru