Дефектология фәне менән төптән шөғөлләнгән талантлы педагог, Даун сиренән яфаланыусылар өсөн республикала тәүге һәм берҙән-бер уҡыу класы ойошторған Тәнзилә Ибраһимова Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, сирек быуат баш ҡаланың 59-сы махсус (коррекцион) дөйөм урта белем биреү мәктәп-интернатында эшләй, директор урынбаҫары вазифаһын биләй.
21 мартта Бөтә донъя Даун синдромлы кешеләр көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы, белгес уҡыу йорто эргәһендә булдырылған махсус Ресурс үҙәге тураһында һөйләп үтте. Мәғлүм булыуынса, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙың һәм инвалидтарҙың сифатлы белем алыуға хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 2020-2025 йылдарға инклюзив белем биреүҙе үҫтереү концепцияһы раҫланған. Уның төп пункттарының береһе булып Төбәк ресурс үҙәктәрен ойоштороу тора.
Бөгөн Башҡортостанда дәүләт коррекцион дөйөм белем биреү ойошмаларында 16 шундай үҙәк асылыуы мәғлүм. Шул иҫәптән 2022 йылдан шундай Ресурс үҙәге 59-сы мәкләп нигеҙендә лә уңышлы эшләп килә. «Беҙҙең ҡояшлы балалар» тип аталған үҙәк Даун синдромлы балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе коррекциялау, консультациялау, уҡытыу өсөн булдырылған. Һәм был һис тә осраҡлы түгел.
“Был мәктәптә физик һәм аҡыл үҫеше йәһәтенән тиҫтерҙәренән артта ҡалған балалар уҡый, улар республиканың төрлө төбәктәренән килгән. 2007 йылда, тәүәккәлләп, Башҡортостан Мәғариф министрлығы ярҙамында Даун сирле балалар өсөн махсус класс ойошторҙоҡ, быға тиклем улар, йәштәренә ҡарап, төрлө кластарҙа уҡый ине.
Әлбиттә, башланғысҡа ҡул һелтәп ҡарағандар ҙа булды. Йәнәһе, үҙҙәрен дә ҡарай алмаған балалар менән нимә эшләргә мөмкин? Шулай ҙа ныҡышмаллыҡ күрһәттем, шул йылда 8 –10 йәшлек дүртәр ҡыҙҙан һәм малайҙан торған махсус класс 1 сентябрҙә ишеген асты, – ти Тәнзилә Юлай ҡыҙы. – Тәүҙә аптырап ҡалдым: махсус методика, уҡыу әсбаптары юҡ, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ белгестәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ... 59-сы мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәттәштәремә рәхмәт – файҙалы кәңәштәре менән ярҙам иттеләр, ышаныстары иһә ҡанат ҡуйҙы. Бигерәк тә ярҙамсым, тәрбиәсе Зөлфиә Хәлим ҡыҙы Ғәлинаға рәхмәт – ул һәр саҡ терәк-таяныс булып тора.
Эште иң ябай төшөнсәләрҙән башланыҡ: иң тәүҙә балаларҙы партаға ултыртып, уларҙың иғтибарын йәлеп итеү, яуаплылыҡ тойғоһо уятыу фарыз ине. Сөнки сирле сабыйҙар, ҡәҙимге мәктәптәгесә, тыныс һәм төҙ генә ултырыу тигәнде белмәй, тороп йөрөүе, шаулауы ихтимал... Бының өсөн ниндәй генә хәйләләр уйлап сығарырға тура килмәне! Ҡайһы саҡта уҫаллыҡ та, йылмайыу ҙа, хәйләкәрлек тә кәрәкте. Был балалар өсөн тәрбиәүи хеҙмәт мөһим. Унан тыш, уҡыу йортоноң барлыҡ мәҙәни сараларында ҡатнаштыҡ, бәйгеләрҙә гел беренсе урындарҙы яуланыҡ.
Тәжрибә майҙансығының етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының махсус һәм инклюзив кафедра етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты Лена Хәйретдинованың, мәктәп директоры Юлай Әмәкәсевтең ышанысы һәм ярҙамы, тотош коллективтың һәм атай-әсәйҙәрҙең тырышлығы менән 2020 йылда тәүге класс уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр менән мәктәпте тамамланы.
Тәрбиәләнеүселәребеҙ әле лә өйҙә буш ултырмай. Глеб Макаренко, Линар Вәкилов Башҡортостандың футбол командаларының береһендә уйнап, күп тапҡыр Рәсәй кимәлендә еңеү яулаһа, күптәре «Содействие» төбәк йәмәғәт үҙәгенең «Битлекһеҙ» инклюзив театр студияһында шөғөлләнеп, төрлө ҡалаларҙа гастролдәрҙә йөрөй. Ярослав менан Индираның иһә үҙ кәсебе: алмас мозаикаһынан заказға картиналар эшләйҙәр. Әйтергә кәрәк, балалар беҙҙе онотмай, мәктәпкә даими килеп йөрөй.
2016 йылда аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған балалар өсөн тәғәйенләнгән федераль дәүләт белем биреү стантдарттары индерелгәс, был категорияға ҡараған балалар, шул иҫәптән Даун синдромлылар коррекцион мәктәптә генә түгел, шулай уҡ башҡа мәктәптәрҙә лә инклюзив шарттарҙа уҡырға хоҡуҡ алды.
Ошо йылдар эсендә мин дә, коллектив та Даун синдромлы балалар менән эшләү буйынса ҙур тәжрибә тупланы. Шуға күрә 2022 йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Мәғaриф һәм фән министрлығы бойороғо буйынса Башҡортостандың райондарында, ҡалаларында уҡыған, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балаларға, шул иҫәптән Даун синдромлыларға, улар менән эшләүсе уҡытыусыларға, атай-әсәйҙәргә ярҙам күрһәтеү өсөн баш ҡаланың 59-сы мәктәп-интернатында «Беҙҙең ҡояшлы балалар” Даун синдромлы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн коррекциялау, консультация һәм уҡытыу төбәк ресурс үҙәге асылды. Уның нигеҙендә беҙ йылдар буйы туплаған тәжрибә менән уртаҡлашасаҡбыҙ, уҡытыусыларға, атай-әсәйҙәргә ярҙам итәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Тәнзилә Ибраһимова.
Фото: 59-сы мәктәп-интернат архивынан.