Йәмғиәт
19 Март 2024, 11:15

Күперҙә иң ҡатмарлы эш башлана

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөгә ингән ерҙәге күперҙә ремонт сиктәрендә уның аркаһын емерә башлағандар.

Күперҙә иң ҡатмарлы эш башланаКүперҙә иң ҡатмарлы эш башлана
Күперҙә иң ҡатмарлы эш башлана

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙе капиталь ремонтлау дауам итә. Ул ҡалаға нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу айҡанлы төҙөкләндерелгән объекттар исемлегенә инә.

19 мартта иң ҡатмарлы эш - 280 тонна самаһы ауырлыҡтағы арканы һүтеүгә тотонғандар, ул авария хәлендә. Ҡатмарлы технологик процесс арҡаһында яңы күперҙә хәрәкәт һыҙаттарының береһен ябыу талап ителә. Бында көмбәҙҙе һәм арканың аҫылмаларын ҡырҡыу өсөн техника урынлаштырыласаҡ, шулай уҡ хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында кәртәләр ҡуйыласаҡ.

Эш апрель аҙағынаса иртәнге сәғәт 6-нан төнгө 11-гә тиклем алып барыласаҡ. Иҫке арка конструкцияһы урынында һуңынан шундай уҡ яңыһы ҡуйыласаҡ. Өфөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын сәйәхәттәрҙе планлаштырыуҙа индерелгән сикләүҙәрҙе иҫәпкә алырға саҡыралар. 

Фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас