Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһын 2018 йылдан алып етәкләй. Тап шул ваҡытта Рәсәйҙең бер нисә төбәгенә көслө етәкселәр килде. Ул ваҡытта Башҡортостан власы алдында бик мөһим бурыстар торҙо: йәмғиәтте туплау, элиталарҙы берләштереү, иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу, мөһим социаль проблемаларҙы хәл итеү. Киләсәктә тағы ла ковид пандемияһы, санкциялар ҡушылды. Ошо һынауҙарҙы республика уңышлы үтте: бөгөн Башҡортостан күп өлкәләрҙә юғары үҫеш кимәлен күрһәтә, илдең алдынғы һәм көслө төбәктәренең береһе булып тора.
"Российская газета" журналистары менән осрашыу барышында Радий Хәбиров төбәктең мөһим мәсьәләләрен хәл итергә нимә булышлыҡ иткәне, республиканың баш ҡалаһы үҙенең юбилейына нисек үҙгәреүе һәм властарҙың төбәккә йәштәрҙе нисек йәлеп итергә әҙер булыуы тураһында һөйләне.
Радий Фәрит улы, Башҡортостан һуңғы өс йылда төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса ил төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбенә инде. Федераль һәм төбәк программаларын тормошҡа ашырыу өсөн саралар нисек формалаша?
Радий Хәбиров: 2023 йыл йомғаҡтары буйынса республика төбәк ҡаҙнаһына түләүһеҙ керемдәр күләме буйынса Волга буйы федераль округының тәүге 10 субъекты иҫәбенә инде. Ошо күрһәткес буйынса ил субъекттары рейтингында Башҡортостан туғыҙынсы урында килә. Күпселек федераль программалар буйынса аҡса конкурс нигеҙендә бүленә, тимәк, төбәк ғариза биреп кенә ҡалырға тейеш түгел, ә уны проект-смета документацияһын әҙерләп нигеҙләргә тейеш. Шуға ла республиканың бөтә министрлыҡтары һәм ведомстволары ошондай конкурстарҙа ҡатнашыуға һәм еңеүгә йүнәлтелгән. Мин министрҙарҙы һәм вице-премьерҙарҙы уларҙың республика мәнфәғәттәрен юғары кимәлдә яҡлау оҫталығы буйынса баһалайым. Һис шикһеҙ, беҙгә Дәүләт Думаһы депутаттары, шулай уҡ Башҡортостандан сенаторҙар ярҙам итә.
Ошо берлектәге эш ҙур һөҙөмтә алып килә. 2019 – 2023 йылдарҙа, йәғни биш йыл эсендә, Башҡортостан мәктәптәрендә 22004 урынлыҡ 44 мәктәп, 9173 урынлыҡ 65 балалар баҡсаһы төҙөнөк. Был күрһәткестең, уға тиклемге туғыҙ йыл менән сағыштырғанда, артыуы күҙәтелде.
2022 – 2023 йылдарҙа дөйөм белем биреү мәктәптәрен капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһына ярашлы 37,6 мең бала өсөн 140 мәктәп ремонтланған. Был эштәр өсөн алынған аҡса күләме буйынса илдә өсөнсө урынды биләнек.
Быйыл иһә биш миллиард һумды үҙләштерергә тейешбеҙ. Беҙҙә ғаризалар 2026 йылға тиклем бирелгән. Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыласағы хаҡында хәбәр итте. Әгәр шулай булһа, ул ваҡытҡа тиклем беҙҙә бер генә иҫкергән мәктәп тә ҡалмаясаҡ.
Әлбиттә, федераль программаларҙа ҡатнашыуҙың мотлаҡ шарты булып төбәк бюджетынан берлектә финанслау тора. Беҙ үҙ аҡсабыҙ иҫәбенә өсөнсө йыл инде колледждарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, уҡыу корпустарын һәм дөйөм ятаҡтарҙы ремонтлауға 500 миллион һум аҡса бүләбеҙ.
Төбәктә МХО-ла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары даими киңәйтелә. Һеҙҙеңсә, улар өсөн тағы ла нимә эшләргә кәрәк?
Радий Хәбиров: Хәҙер беҙҙә 39 төрлө ярҙам сараһы эшләй. Улар МХО-ла ҡатнашҡандарға ла, уларҙың ғаилә ағзаларына ла ҡағыла. Мәҫәлән, шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар бирәбеҙ, МХО-ла ҡатнашҡандарҙың балалары өсөн балалар баҡсаһы, түңәрәктәр һәм секциялар өсөн түләүҙәр бөтөрөлдө, шулай уҡ улар мәктәптә бушлай ашай, колледжда уҡый һәм башҡа күп нәмәләр эшләй ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың үҙҙәренә хеҙмәт баҙарында кәрәкле һөнәрҙәргә уҡытыу һәм ҡайтанан уҡытыу өсөн белем биреү сертификаттары бирәбеҙ. Шулай уҡ уларҙың республика аҡсаһы иҫәбенә реабилитацияға сертификаттар алыу мөмкинлеге бар.
Ошо ярҙам саралары бюджетҡа йыл һайын өс миллиард һумға барып баҫа. Был аҡсаны беҙ илдең төп бурысын хәл итеүселәргә йүнәлтәбеҙ. Артабан ниндәй ярҙам һөҙөмтәле икәнен, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә тағы ниндәй саралар кәрәклеген ҡараясаҡбыҙ.
Башҡортостанда быйылғы йыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек күрһәтеү билдәһе аҫтында уҙа. Тәүге тапҡыр өлкәндәрҙе реабилитациялауға аҡса бүленә. Республика Хөкүмәтенең иғтибары тағы нимәгә йүнәлтеләсәк?
Радий Хәбиров: Йылға исем биргәндә беҙ, әлбиттә, ошо темаға ҡағылышлы ниндәйҙер файҙалы эштәр башҡарыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Беҙҙә Зауыҡлы биләмәләр йылы булғанын хәтерләйем: газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу ҡорамалдары булдырырға, трассалар буйындағы ҡоймаларҙы төҙөкләндереп, зауыҡ бирергә теләнек.
Быйыл иһә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә иғтибар бүләбеҙ. Власть вәкилдәре улар, шул иҫәптән "үҙенсәлекле балалар"ҙың ата-әсәләре менән бер нисә тапҡыр төрлө форматта осрашты, һәм мин хәл итергә кәрәкле мәсьәләләрҙең барлығын күрҙем. Йәмғиәт уларҙың барлығын, кешеләргә ярҙам кәрәклеген күрһен ине. Ҡайһы берҙә уларға бер йылы һүҙ ҙә етә.
Әлбиттә, матди ярҙам сараларын да планлаштырабыҙ. Инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыуға, объекттарҙы ремонтлауға, абилитация ҡорамалдары һатып алыуға аҡсаны арттырасаҡбыҙ. Норматив базала ла ниндәйҙер үҙгәрештәр буласаҡ. Дөйөм алғанда, йыл буйынса эш планы 153 пунктты үҙ эсенә ала.
Ҙур проекттар иҫәбендә быйыл "Салют" республика реабилитация һәм белем биреү үҙәген, Социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы мультиүҙәген, "Йондоҙ" белем биреү үҙәген, Өфөлә "Именлек" геронтология үҙәгенең яңы корпусын һәм Әлшәй районында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн "Ҡарлуғас" дәүләт ҡарамағында булмаған пансионатты асыу ҙа бар.
Яҡын арала өлкән инвалидтарҙың айырым категорияларын реабилитациялауға сертификаттар бирә башлайбыҙ. Йыл һайын икенсе һәм өсөнсө төркөм инвалидтарына һәм МХО-ла ҡатнашҡандарға 52 мең һумлыҡ 1715 сертификат тапшырырға тәҡдим ителә.
Әйткәндәй, 2024 йылда Башҡортостанда III халыҡ-ара инклюзив балалар ижади уйындары, IX Бөтә Рәсәй ишетеү һәләте буйынса инвалидтарҙың йәштәр форумы, XI Бөтә Рәсәй инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса фестивале үтәсәк.
Өфөлә донъя кимәлендәге вуз-ара кампустың беренсе сираты файҙаланыуға тапшырылды. Быға тиклем йәштәр өсөн бындай бина юҡ ине. Нисек уйлайһығыҙ, был объект тыуған республикала юғары белем алыу өсөн тағы бер этәргес көс булып торасаҡмы?
Радий Хәбиров: Беҙгә йәштәр уҡырға китеүгә ҡарағанда, күберәк килә. Мин юғары уҡыу йорттарын да, колледждарҙы ла күҙ уңында тотам. Шул уҡ ваҡытта беҙҙәге мәктәптәрҙе тамамлаусыларҙың 90 проценты бюджет урындары менән тәьмин ителгән. Йәш кешеләрҙең мобиль булыуы аңлашыла һәм улар барыһы ла бында ҡалырға йыйынмай, шуға ла мин Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургҡа уҡырға барғандарына шатланам. Һуңынан уларҙың өйөбөҙгә ҡайтыуы мөһим. Беҙ ошо йүнәлештә даими эшләйбеҙ, йәштәребеҙ менән осрашабыҙ, республикала булған мөмкинлектәр һәм перспективалар тураһында һөйләйбеҙ.
Кампусҡа килгәндә, ул – бөтә күрһәткестәр буйынса студенттарҙың уҡыуы, тормошо һәм ижады өсөн заманса йорт. Унда тулы цикллы тикшеренеүҙәр башҡарыла: ниәттән алып продуктҡа тиклем. Рәсәй Президенты 2021 йылдың авгусында үткән осрашыу барышында донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусын төҙөү идеяһын хупланы. Беҙ көслө заявка әҙерләнек һәм Өфөнө ошо стратегик объектты урынлаштырыу майҙансыҡтарының береһе итеп һайланылар.
Кампус өсөн республиканың баш ҡалаһында университеттарҙы һәм ғилми ойошмаларҙы, Салауат Юлаев һәйкәлен, Конгресс-холды, "Арт-Квадрат" йәштәр киңлегн, театрҙарҙы һәм музейҙарҙы, "Динамо" стадионын һәм төҙөкләндерелгән яр буйын үҙ эсенә алған шәп урын табылды. Территориаль яҡтан кампус Өфө фән һәм технологиялар университетына ҡушыла.
Ике йылдан һуң икенсе сиратты ла тапшырабыҙ. Ете башнянан торған комплекста дөйөм ятаҡтар һәм йәмәғәт урындары урынлашасаҡ. Шулай уҡ икенсе сират сиктәрендә "Фотоника" лабораторияһы, "Мәктәп21" һәм Геном үҙәге төҙөләсәк.
Бөгөн Беларусь Башҡортостандың стратегик партнерынә әйләнеп бара. Берлектәге предприятиелар барлыҡҡа килә. Беҙҙең делегациялар йыш ҡына Минскиға, ә улар Өфөгә килә. Белорустар беҙгә ҡайһы йүнәлештә ҡыҙыҡлы?
Радий Хәбиров: Белорустар үҙҙәренең сәнәғәт производствоһын һаҡлап ҡалған. Шулай уҡ уларҙың юғары технологиялары, инженер компетенциялары, конструкторлыҡ бюролары бар. Беҙҙең бурысыбыҙ – уларҙың инженер базаһын, проект-смета документацияһын файҙаланып үҙебеҙҙең продукцияны үҙебеҙҙә етештереү.
Шәхсән миңә белорустар оҡшай. Улар тыйнаҡ һәм шул уҡ ваҡытта эшлекле лә. Беҙ сәнәғәттә генә түгел, ә туризмда, мәҙәниәттә, патриотик эштә, ғөмүмән, бөтә өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Беҙ һуңғы өс-дүрт йылда мөнәсәбәттәрҙең тәрән кооперацияһы структураһын формалаштырыу менән шөғөлләндек. Аҙнаһына бер тапҡыр Өфөнән Минскиға тура авиарейс астыҡ. Әлегә ул аҙнаһына бер тапҡыр ғына оса, әммә мохтажлыҡ булһа, һанын арттырыу тураһында уйларбыҙ.
Минскиҙа асылған Башҡортостан вәкиллеге һөҙөмтәле эшләй. Белоруссия менән килешелгән ваҡиғалар шунда уҡ юл картаһына индерелә. Әле унда 100 пункт бар, шуларҙың 40 проценты үтәлгән.
Башҡортостандың баш ҡалаһы 2024 йылда үҙенең ҙур юбилейын билдәләй. Байрамға бәйле тапшырыласаҡ һәм эшләнә башлаясаҡ объекттар һаны һоҡландыра. Шәхсән һеҙҙең өсөн ниндәйҙәре иң әһәмиәтлеһе?
Радий Хәбиров: Беҙ юбилейға алдан уҡ әҙерләндек, мәҫәлән, Өфөнөң парк системаһын тәртипкә килтерҙек. Күп кенә скверҙар ташландыҡ хәлдә булғайны. Хәҙер иһә улар бөтөнләй икенсе ҡиәфәт алды, ҡала халҡына ла оҡшаны.
Юлдарҙы һәм юл инфраструктураһын ремонтлау ҙа мөһим йүнәлеш булып торҙо. Тиҙҙән Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡаһы тип аталған Көнсығыш сығыу юлын тапшырасаҡбыҙ. Ул - Өфөнән М-5 трассаһына сығыусыларға ваҡытын һәм яғыулыҡты аҙыраҡ сарыф итергә мөмкинлек бирәсәк бик ҙур һәм әһәмиәтле инфраструктура объекты.
Ихаталарҙы һәм подъездарҙы ремонтлауға байтаҡ аҡса һалдыҡ. Уҙған йылда һәм быйыл Өфөгә күберәк аҡса түктек, сөнки ул республиканың бөтә халҡы өсөн баш ҡала булып тора һәм үҙенең юбилейына матурайырға тейеш.
Совет майҙанын, Аксаков исемендәге баҡсаны, Спорт һарайы майҙанын һәм башҡа күп нәмәләрҙе төҙөкләндерек. Былтыр йыл аҙағында реконструкциянан һуң Ҡурсаҡ театрын тапшырҙыҡ, йәғни яңынан төҙөнөк тиһәк тә була, сөнки уның майҙаны ике тапҡырға артты. Йәй аҙағына тиклем Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәген тапшырабыҙ, Фехтование һарайы, Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы төҙөлөшө тамамлана.
Мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙеү, уңайлы йәйәүлеләр киңлектәрен ойоштороу, транспорт һәм мәғлүмәт инфраструктураһын модернизациялау менән Октябрь революцияһы тарихи урамын реконструкциялау буйынса ҙур масштаблы һәм комплекслы проект буйынса эштәр дауам итә.
Юбилейҙан һуң тағы ла байтаҡ объекттар файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Баш ҡалабыҙ үҙенең байрамында күп йәһәттән яңы ҡиәфәт аласаҡ.
Фото: rg.ru