+21 °С
Болотло
Салауат районында йәнә игеҙәктәр тыуған. Иҙрис ауылында йәшәгән Азалия һәм Рәнис Мөхәмәтйәновтарҙың ике улдары донъяға килгән. Бәпестәргә Радмир һәм Тимур тип исем ҡушҡандар.
Ғаилә башлығы Төмәндә вахта ысулы эшләй, ә ҡатыны - Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты.
Бәләкәстәр һау-сәләмәт, бәхетле булһын!
Әйткәндәй, яңыраҡ Салауат районының Нәсибаш ауылында йәшәгән Фәнилә һәм Илшат Хәкимовтарҙың да игеҙәктәре тыуыуы хаҡында хәбәр иткән инек.
Фото: "Салауат ерендә" гәзитенән.