Йәмғиәт
20 Март 2024, 06:00

Ер аҫтында ҡалған вахтасыларға табан скважина ҡаҙҙылар

18 марта Амур өлкәһендә 13 кеше ер убылып, шахтала ҡалғайны. Улар араһында бишәү - Башҡортостандан.

Ер аҫтында ҡалған вахтасыларға табан скважина ҡаҙҙыларЕр аҫтында ҡалған вахтасыларға табан скважина ҡаҙҙылар
Ер аҫтында ҡалған вахтасыларға табан скважина ҡаҙҙылар

18 мартта "Пионер" тау-гидрометаллургия комбинаты руднигында тау тоҡомдары емерелеп, 120 метр тәрәнлектәге ер аҫтындағы шахтасылар күмелеп ҡала. Һәләкәт урынына һауа килеүен дауам итә, һәм емереклектәр аҫтындағы 13 кеше иҫән ҡала, әммә улар менән бәйләнеш юғала. Улар араһында Башҡортостандан биш кеше - дүртәү Сибайҙан һәм берәү Учалынан.

Шунда уҡ ҡотҡарыу операцияһы башлана. Әле Кузбасс белгестәренең тәҡдиме буйынса, скважина быраулайҙар. Тау эшселәре менән бәйләнеш һаман юҡ, улар туҡылдатып тауыш бирә тигән хәбәр буш булып сыҡты. 

"Был кешеләргә алып барып сыҡмаһа ла, ундағы хәлде баһалау һәм элемтә бәйләнеше үткәрергә, камера төшөрөргә мөмкин буласаҡ", - тип яҙған төбәк башлығы Василий Орлов үҙенең Telegram-каналында. Уның һүҙҙәренсә, шул уҡ ваҡытта Новокузнецкиҙа төбәккә һыу һурҙырыу өсөн өс ҡеүәтле насос ебәреүгә әҙерлек бара.

Бер тәүлектә ҡотҡарыусылар 90 метрлыҡ упҡынды таҙарта, һыу һурҙырып алына, әммә әлегә тиклем шахтерҙар менән бәйләнеш булдырылманы, тип хәбәр итә губернатор.

Фото: Рәсәй МЧС-ы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас