БР Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт ИСХАҠОВ республика Башлығы Радий Хәбировты юбилейы менән ҡотланы.
"Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы - “Башҡортостан” гәзите коллективы, Башҡортостан Журналистар союзы һәм үҙемдең исемдән һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Беҙ һеҙҙе республикабыҙҙың патриоты булған Башлыҡ, үҙ алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып эш иткән сәйәсмән, яңылыҡтарға ҡыйыу тотонған тәүәккәл шәхес булараҡ беләбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Быларға өҫтәп, шәхсән үҙем тыуған республикабыҙҙың үҫеше хаҡына башҡарған эштәрҙә теләктәш һәм рухташ булыуым менән ғорурланам. Илебеҙ өсөн һынылышлы мәлдәрҙә һеҙҙең махсус хәрби операция яугирҙәре хаҡында күрһәткән хәстәрлегегеҙ үҙе үк оло ғорурлыҡ һәм матур өлгө", – тине ул.
Ҡотлауҙың тулы видеояҙмаһын гәзиттең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә ҡарағыҙ.
Видео: В. Исхаҡов.