Изге Рамаҙан айында изге эштәр башҡарыусылар һаны арта. Күптән түгел Хәйбулла районы Өфө ауылының «Ләйсән» магазинында яңынан «Саҙаҡа кәштәһе» эшен башлауы тураһында хәбәр иткәйнек, әле Сибайҙа ла "Саҙаҡа кәштәһе" булдырылған.
Уны "Башмаркет" магазины етәксеһе Зифа Яҡупова булдырған. Һәр кем хәйер иҫәбенән был кәштәлә аҙыҡ-түлек ҡалдыра ала, ә мохтаждар уны бушлай алырға хоҡуҡлы.
Әйткәндәй, был магазинда республикабыҙҙа етештерелгән ризыҡтар һатыла, шулай уҡ хәләл продукцияны нәҡ ошонда осратырға мөмкин.
Изге айҙа изге ғәмәлдәрегеҙ сауаплы булһын!
Фото һәм сығанаҡ: Резеда Вәлиева.