18 мартта “Салауат Юлаев” хоккей клубының тренеры, 2011 йылда командабыҙ составында Гагарин кубогын яулаған Константин Кольцовтың Америкала вафат булып ҡалыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Уға 42 йәш ине. Башта уны автоһәләкәттә вафат булған тигән версия булды, һуңынан был хәбәрҙе инҡар иттеләр.
Sport24.ru баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Константин Кольцов АҠШ-ҡа дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы – билдәле тенниссы Арина Соболенкоға турнир барышында теләктәш булыу өсөн барған. Тренерҙың вафаты тураһында рәсми яңылыҡ менән “Салауат Юлаев” хоккей клубының матбуғат хеҙмәте уртаҡлашты. Бер аҙҙан Төньяҡ Американың MSN баҫмаһы Кольцовтың балкондан ҡолап төшөп үлеүе тураһында хәбәр итә.
Тренерҙың яҡындары уның үҙенә ҡул һалыуына ышанмай. “Был бәхетһеҙ осраҡ”, - тип хәбәр иткән элекке ҡатыны Юлия М. Ул хоккейсының иҫерткес эсемлек тәьҫирендә контролде юғалтып, балкондан яңылыш ҡолауын фаразлай.
Кольцовтың өс балаһы бар, ҡатыны менән 2021 йылда айырылышҡан булған. Ошоғаса дуҫлашҡан ҡыҙы Арина Соболенко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Константиндың үлеме – әйтеп аңлатҡыһыҙ фажиғә. Беҙ бергә булмаһаҡ та, йөрәгем яралы. Зинһар өсөн ошо ауыр минуттарҙа минең шәхси тормошома, уның ғаиләһенең шәхси тормошона хөрмәт күрһәтегеҙ”, тип яҙған.
Матбуғатта Константин Кольцовты Белоруссия йыйылма командаһына һәм Минскиҙың “Динамо”һына баш тренер итеп ҡуйырға йыйыналар тигән хәбәр бар ине. Тәжрибәле спортсының арабыҙҙан иртә китеүе бик йәл...
Фото: ”Салауат Юлаев”тың матбуғат хеҙмәте.