Йәмғиәт
29 Март 2024, 09:30

Клиенттарҙы ҡабул итеү буйынса үҙгәрештәр индерелә

1 апрелдән Өфө һәм Өфө районының “Башҡортостан Республикаһының берҙәм мәғлүмәт-иҫәп үҙәге” офистары клиенттарҙы яңы форматта – алдан яҙылыу буйынса хеҙмәтләндерәсәк.

Клиенттарҙы ҡабул итеү буйынса үҙгәрештәр индереләКлиенттарҙы ҡабул итеү буйынса үҙгәрештәр индерелә
Клиенттарҙы ҡабул итеү буйынса үҙгәрештәр индерелә

Хәҙер һәр клиент “Минең түләүҙәрем” офисына килеү датаһын, ваҡытын алдан планлаштыра ала.

Консультацияға яҙылыу өсөн Өфөләге уңайлы клиент офисын һайлап, сайтыбыҙҙағы (eirc-rb.ru) “Онлайн яҙылыу” бүлегендә бер нисә пунктты тултырыу етә. Күрһәтелгән электрон почтаға яҙылыуҙы раҫлау тураһында хат киләсәк.

Шулай уҡ яҙылыу өсөн 8 (347) 222-22-00, 8 (347) 222-22-55 (Дш.- шб.  08:00-20:00), 8 (347) 295-38-39 (Дш.-йома. 08:30-17:15) һандары буйынса шылтырата йәки офиста электрон сират терминалы менән файҙалана алаһығыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостан Республикаһының берҙәм мәғлүмәт-иҫәп үҙәге”нә һеҙ түбәндәге юлдар буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ:

– eirc-rb.ru сайтында “Мөрәжәғәт яҙыу” йәки “Кире шылтыратыу” формаларын тултырып;

  • “Башҡортостан Республикаһының берҙәм мәғлүмәт-иҫәп үҙәге – Минең түләүҙәрем” Шәхси кабинетында йәки мобиль ҡушымтаһында;
  • 8 (347) 222-22-00, 8 (347) 222-22-55 һандары буйынса шылтыратып;
  • com/eirc_rb һылтанмаһы буйынса “Бәйләнештәге” социаль селтәрендә.

“Шәхси кабинет” онлайн-сервисы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн комиссияһыҙ түләргә, иҫәп приборҙары күрһәтмәләрен индерергә һәм башҡа мәсьәләләрҙе өйҙән сыҡмайынса хәл итергә мөмкинлек бирә.

 

Фото:

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас