Йәмғиәт
31 Март 2024, 13:00

Апрель йылы буласаҡ

10 апрелдән һуң ямғырҙар башланыуы фаразлана. 

Апрель йылы буласаҡАпрель йылы буласаҡ
Апрель йылы буласаҡ

 Синоптиктар апрель башында республикала  йылы, ҡояшлы һауа торошо вәғәҙә итә.

Һауа температураһының 1 апрелдән үк күтәрелеүе көтөлә. Көндөҙ +7 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Артабан термометр бағанаһы  +14– 16 градусҡа тиклем йылытыуы көтөлә. 1 апрелдән 5-нә тиклем  көндәр ҡояшлы тора.

Төндә шулай уҡ +4, +6 градусҡа тиклем йылы була.

10 апрелдән һуң ямғырҙар башланыуы фаразлана.

Көндәр йылыныр, умырзаялар сәскә атыр, ағастар бөрөгә тулышыр, иң мөһиме - һәр беребеҙ һау-сәләмәт булһын, һуғыш тиҙерәк бөтһөн!

Фото: kartin.papik.pro

Автор:Карима Усманова
Читайте нас