Йәмғиәт
1 Апрель 2024, 18:15

Һауа торошо ныҡ үҙгәреү сәбәпле...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: 

Һауа торошо ныҡ үҙгәреү сәбәпле...Һауа торошо ныҡ үҙгәреү сәбәпле...
Һауа торошо ныҡ үҙгәреү сәбәпле...

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һауа торошоноң ныҡ үҙгәреүе тураһында иҫкәртеү килде.

Төндә һәм 2 апрель иртән республика буйынса көслө ел сыға, ҡуйы томан төшә, күреү мөмкинлеге 50 метр арауыҡта ғына.

Ошондай һауа торошо сәбәпле:

! водителдәр, юлдарҙа тиҙлек режимын һаҡлағыҙ

! автомобилдәр араһында арауыҡты күберәк ҡалдырығыҙ

! телефонға әүрәмәгеҙ

! киҫкен маневрҙар яһамағыҙ

! бөтә фарҙарығыҙҙы тоҡандырығыҙ. 

Имен юлдар барығыҙға ла!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас