+24 °С
Ямғыр
Яҙғы ташҡын – ҙур һынау осоро. Был йәһәттән ниндәй хәл күҙәтелә? Республикабыҙ йылғаларында һыу кимәле нисек күтәрелә? Баҙығыҙға, подвалға һыу инһә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Һеҙ йәшәгән ауыл һыу баҫыу зонаһына эләккәнме?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостандың профиль министрлығы һәм ведомство вәкилдәре тура эфирҙа яуап бирәсәк.
Трансляцияны БСТ телеканалында, Республика менән идара итеү үҙәгенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә 2 апрелдә 19 сәғәттә ҡарай алаһығыҙ.
Фото: Бүздәк районы хакимиәтенән.