Йәмғиәт
1 Апрель 2024, 13:40

Йәштәр, был һеҙҙең өсөн!

 “Росмолодежь. Гранттар” конкурсына ғаризалар ебәрегеҙ.

Йәштәр, был һеҙҙең өсөн!Йәштәр, был һеҙҙең өсөн!
Йәштәр, был һеҙҙең өсөн!

1 апрелдә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) “Росмолодежь. Гранттар” конкурсына теркәлеүҙе башланы. Ғаризалар 2024 йылдың 30 апреленә тиклем ҡабул ителә. Конкурста 14-35 йәшлек Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.

- Гранттар конкурсы – йәштәр башланғыстарына ярҙам итеүҙең төп формаларының береһе. Һуңғы өс йылда Башҡортостан йәштәре үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 150 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итте. Рәсмиләштереү, ғариза биреү һәм башҡа һорауҙар буйынса ярҙам кәрәк булһа, Йәштәр проект офисына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, – тине Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров.

Ҡатнашыусылар grants.myrosmol.ru һылтанмаһы аша “Рәсәй йәштәре” федераль дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы аша 18 ярҙам йүнәлешенең береһе буйынса ғариза бирә ала. Эксперт баһаһы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы проекттар бер миллион һумға тиклем грант ярҙамы аласаҡ.

Конкурстың тулы ҡағиҙәләре менән Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың рәсми сайтында һәм “Рәсәй йәштәре”ндә танышырға мөмкин.

Шулай уҡ 2 апрелдә ВДНХ-ла гранттар конкурсына арналған марафон уҙа. Ә бөгөн 19:00 сәғәттә Өфөлә “Йәшлек House”та төбәк марафоны ойошторола. Унда гранттар миҙгеленең башланыуы тураһында күберәк мәғлүмәт белергә, проекттар буйынса консультация алырға мөмкин.

 

Фото: РБ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас