Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 20:00

Фатир, автомобилдәр, Сочиға юлламаны кемдәр отто?

“Рәхмәт” акцияһының еңеүселәре билдәле.

Фатир, автомобилдәр, Сочиға юлламаны кемдәр отто?
Фатир, автомобилдәр, Сочиға юлламаны кемдәр отто?

Рәсәй Президентын һайлау сиктәрендә Башҡортостанда ойошторолған акцияла 2,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, приздарға дәғүә итеү өсөн һәр һайлаусыға QR-кодлы флаерҙы сайтта теркәргә кәрәк ине. Республиканан 400 тирәһе кеше телевизор, телефон, электросамокат һәм башҡа бүләктәр алып ҡыуанды. Ә төп приздар кемгә эләккән икән?

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөләге фатирҙы Саҡмағош ауылынан күп балалы ғаилә Латыповтар отҡан.

“Ғаилә йылында беҙҙең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Оҙаҡ ышанмай йөрөнөк. Бәхетебеҙҙең сиге юҡ. Акцияны ойоштороусыларға рәхмәт”, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашҡан еңеүселәр “Игенсе” гәзитенә.

Икенсе суперпризды Бөрө ҡалаһынан Руслан Ковригин отҡан. Хәҙер ул – яңы “Нива” автомобиле хужаһы. Еңеүемә машинаның руле артына ултырғас ҡына ышандым, ти ул. Руслан куар-кодлы ике билет алған. 16-17 мартта “Рәхмәт” сайтында билеттарын тикшергән, тик еңеүселәр араһында булмаған. Һуңынан суперприздар 22 мартта тура эфирҙа уйнатылырын белгән, әммә эштә булыуы сәбәпле, ҡарай алмаған.

“Ойоштороусылар еңеүем тураһында шылтыратып әйткәйне, тәүҙә ышанманым. Шулай ҙа быға тиклем бер акцияла телевизор еңгәнем булғайны, әммә тағы ла ҙурыраҡ бүләк отормон тип һис уйламаным”, – ти ул.

“Рәхмәт-2024”тә икенсе “Нива” автомобиленә Благовещендан пенсионер Әлфиә Антипина лайыҡ булған. Ҡатындың машина менән идара итеүгә хоҡуғы бар, әммә яңы автомобиль артына ултырырға әлегә баҙнат итмәгән. Ул да еңеүенә тәүҙә ышанмай, сайтта билетын ҡат-ҡат тикшергән. Һуңынан ойоштороусылар шылтыратҡас ҡына бәхетенә ышанған, тип хәбәр итә “Панорама” гәзите.

Ә бына “Рәхмәт” акцияһында Сочиға юлламаны отҡан Салауаттан Ксения Ғималетдинова мутлашыусылар шылтырата тип уйлап, тәүҙә бүләгенән өс тапҡыр баш тартҡан. Һуңынан ҡыҙ ошо хәбәр тураһында коллегалары менән бүлешкән. Улар бергәләп “Рәхмәт” сайтында билетты тикшереп, барыһының да ысынбарлыҡҡа тап килеүенә инанған.

“Хис-тойғоларымды әйтеп бөтөрөрлөк түгел, ныҡ шатландым. Беҙ быйыл ҡыҙым менән диңгеҙгә барырға йыйына инек, билеттарҙы ла ҡарап ҡуйҙыҡ. Һәм бына беҙгә шундай ҙур уңыш йылмайҙы!” – тип шатлығы менән уртаҡлашты Ксения “Выбор” гәзите менән әңгәмә ваҡытында.

“Рәхмәт” акцияһында тағы ла бер еңеүсе – Ишембай районынан Федот Васильев. Ул акцияла Башҡортостандағы шифаханаларҙың береһенә юллама отҡан. Федот Васильев та ойоштороусыларҙы мутлашыусылар шылтырата тип уйлап, аҡса күсерергә кәрәкме тип тә ҡыҙыҡһынған. Тик барыһы ла бушлай икәнен әйтеп, сертификатты тапшырыу өсөн Өфөгә саҡырғастар ғына ир уңыш йылмайыуына ышанған.

”Рәхмәт-2024” акцияһын ойоштороусыларҙың береһе, БР “Алға-Патриот” спорт-патриотик үҙәге етәксеһе Ринат Хәбиров һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда өс көн эсендә алты уйын ойошторолған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йомғаҡлау уйыны 28 мартта БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуында үтте.

 

Фото: Башинформ.

Фатир, автомобилдәр, Сочиға юлламаны кемдәр отто?
Фатир, автомобилдәр, Сочиға юлламаны кемдәр отто?
Фатир, автомобилдәр, Сочиға юлламаны кемдәр отто?
Фатир, автомобилдәр, Сочиға юлламаны кемдәр отто?
Фатир, автомобилдәр, Сочиға юлламаны кемдәр отто?
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: