6 апрелдә Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡалала санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм соҡорҙарҙы ямау эштәренең барышы менән танышты.
Апрель башына Өфөлә бөтәһе 5,5 мең квадрат метр юл япмаһы ремонтланған. Бының өсөн 800 тоннанан ашыу һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы файҙаланылған.
Республиканың бөтә автомобиль юлдарында ла соҡорҙарҙы ямау дауам итә. 5 апрелгә ҡарата төбәк һәм муниципаль-ара трассаларҙа 9 меңдән ашыу етешһеҙлек асыҡланған, уларҙың 5 меңгә яҡыны бөтөрөлгән.
Төбәк етәксеһе баш ҡаланың Октябрь районындағы Шәфиев урамындағы соҡорҙарҙы ямау сифатын баһаланы, юл эшселәре һәм өмәгә сыҡҡан ҡала халҡы менән аралашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың баш ҡалаһында 6, 20 һәм 27 апрелдә дөйөм ҡала өмәләре планлаштырылған. Улар Өфө биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ сиктәрендә үтә. Бынан тыш, яҡын арала йәмәғәт урындарын талпандарҙан таҙартыуға тотонасаҡтар.
– Быйыл ҡыш бик ҡатмарлы булды. Быны халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса ла күрәм. Шуға күрә әле юлдағы соҡорҙарҙы ямау нисек барғанын ҡарап сыҡтыҡ. Ғәмәлдә уны февралдә үк башланыҡ. Республикала асфальт заводтары әлегә асылмаған, шуға күрә һауа торошон иҫәпкә алып, һалҡын ҡатнашмаларҙы ҡулланабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. – Бынан тыш, Өфө хакимиәтенә баш ҡаланың йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү бурысын ҡуябыҙ. Әле ҡар иреп бөткән, ҡала таҙа булырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.