Йәмғиәт
8 Апрель 2024, 04:00

Ҡыҙҙарына Кирилл тип исем ҡушҡандар...

Ҡайһы саҡта ата-әсәләрҙең балаһына исем һайлауы аптырашта ҡалдыра.

Ҡыҙҙарына Кирилл тип исем ҡушҡандар...Ҡыҙҙарына Кирилл тип исем ҡушҡандар...
Ҡыҙҙарына Кирилл тип исем ҡушҡандар...

Элек беҙҙең ауылда йәшәгән бер инәйҙең: "Балаһын тапҡандар, ә бына исемен таба белмәгәндәр", -тип әйткән  һүҙе лаҡапҡа әүерелгән ине. Әлеге хәбәрҙе ишетһә, ул бөтөнләй телдән ҡалыр ине...

Ысынлап та, ҡайһы саҡта ата-әсәләрҙең балаларына һайлаған исемдәрҙән аптырап ҡалаһың, дөрөҫ ишетмәнемме тип ҡат-ҡат һорап та ҡуяһың. Ошо көндәрҙә Башҡортостанда тыуған ҡыҙҙарына ата-әсәһе Кирилл тип исем ҡушҡан. Ир-егеттәр исемен... Көлөрһөңме, иларһыңмы...

Шулай уҡ ҡыҙҙарға  Мирай, Севиль и Эммилия тип һирәк осраған исемдәр булһа, малайҙарға Ронель, Анир, Сөләймән һәм Серафим тигән ятыраҡ исемдәр ҡушылған.

Ә һеҙҙең ул һәм ҡыҙҙарығыҙ ниндәй матур исемдәр йөрөтә? Уларҙың ни аңлатҡанын беләһегеҙме?

Фото: newtambov.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас