Йәмғиәт
8 Апрель 2024, 15:50

Ярҙам өсөн - 6,1 миллиард һум

Бынан тыш, 3,9 мең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары, шул иҫәптән 1,2 мең бала шифахана-курорт дауаһын алған. Шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар менән 470 кеше тәьмин ителгән.

Ярҙам өсөн - 6,1 миллиард һумЯрҙам өсөн - 6,1 миллиард һум
Ярҙам өсөн - 6,1 миллиард һум

Башҡортостанда 2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуға 5,1 миллиард һум йүнәлтелде. 2024 йылда ошо маҡсатҡа республика бюджетында 6,1 миллиард һум ҡаралған. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика Хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова белдерҙе.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә йәмғеһе 39 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Ярҙам комплекслы күрһәтелә, шуның менән бергә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына айырым иғтибар бүленә. Шулай итеп, 4 838 бала балалар баҡсаһына, 3 890 бала түңәрәктәргә бушлай йөрөй. 5-11 кластарҙағы 5 427 уҡыусы һәм колледждарҙағы 987 студент бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән.

Бынан тыш, 3,9 мең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары, шул иҫәптән 1,2 мең бала шифахана-курорт дауаһын алған. Шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар менән 470 кеше тәьмин ителгән. 2022 йылда 1,4 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр транспорт һалымы буйынса льготаға эйә булған.

Ярҙамдың мөһим өлөшө – консультация һәм психологик ярҙам күрһәтеү. Мәҫәлән, “Ғаилә” үҙәктәрендә был хеҙмәт менән дүрт меңдән ашыу кеше, медицина ойошмаларында 1 672-һе файҙаланған. Бында “Беҙ бергә” төбәк штабы ирекмәндәре лә ярҙам күрһәтә – ирекмәндәр дүрт меңдән ашыу ғариза ҡабул иткән һәм эшкәрткән.

Башҡортостан вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыу тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 23 ғаилә республика колледждарында уҡыу хаҡын компенсациялауға хоҡуғы менән файҙаланды. Бушлай ер участкаһы биреү өсөн 72 кеше иҫәпкә ҡуйылған. Федераль госпиталдәрҙә дауаланған яугирҙәрҙең 48 ғаилә ағзаһы Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллегендә бушлай йәшәү мөмкинлегенә эйә булды.

– Яҡын арала халыҡтың айырым категорияларын, шул иҫәптән махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауға 52 478 һумлыҡ сертификаттар тапшыра башларға ниәтләйбеҙ, – тип өҫтәне Лира Иғтисамова. – Был маҡсаттарға республика бюджетынан йыл һайын 90 миллион һум аҡса бүләсәкбеҙ. Әле документтар ҡабул ителә.

Лира Иғтисамова махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын махсус бүленгән ваҡытта поликлиникаларҙа бер көнлөк диспансеризация үтеү мөмкинлеген дә билдәләне. 1 меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән 319 МХО-ла ҡатнашыусы профилактик медицина тикшереүе үткән дә инде.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен даими контролдә тоторға ҡушты.

– Махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең өсөн бик мөһим бурыс, -– тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Алда май байрамдары, Еңеү көнө. Тантаналы сараларға хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатындарын һәм ата-әсәләрен саҡырығыҙ. Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен хәстәрлек менән уратып алығыҙ. Улар һәр ваҡыт һеҙҙең иғтибарығыҙ зонаһында булырға тейеш. 9 майға шәхсән үҙегеҙ килеп һөйләшегеҙ, уларҙың үтенесен һәм һорауын тыңлағыҙ. Мин дә был көндө ҡайһы бер ғаиләләргә барып сығырға йыйынам.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас